Йылдар итәгенә йәбешкән дә,
Әллә ҡайҙа саба ғүмерем,
Тағы ла бер йылым шаулап үтте…
Белдемме һуң уның ҡәҙерен?
Кемдәргәлер ярҙам ҡулы һуҙҙым,
Кемдәрҙеңдер һөрттөм күҙ йәшен,
Йылы һүҙҙәремде йәлләмәнем,
Кемдәрҙеңдер булдым серҙәше…
Башҡаларҙың кәйефтәрен һаҡлап,
Рәнйеш-үпкәләрҙе күп йоттом,
Кеше күңелдәрен күрер өсөн
Үҙ күңелем, һине оноттом.
“Йылмаяһың, бер ҡайғың да юҡ,”- тип,
Әйтеүселәр, һеҙгә аңлатам:
Мин бүлешәм ҡайғы менән түгел-
Мин шатлыҡтар ғына таратам!
Үтһен әйҙә ғүмер, үкенмәйем,
Йыл артынан йылды оҙатам,
Мин яратам ошо фанилыҡты,
Кешеләрем, һеҙҙе яратам!!