0%

Тыуған ил буйлап(хикәйә). Йыһат Солтанов

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Тыуған ил буйлап (хикәйә )
автор Йыһат Солтанов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Тыуған ил буйлап


 Сәғит атаһы менән самолётта осоп бара. Осоу шундай һәйбәт икән! Күктән ҡарағанда өйҙәр — шырпы ҡабы, йылғалар билбау кеүек. Ә кешеләр бармаҡ кеүек кенә. Бейегерәк күтәрелгәс, улар йүнләп күренмәй ҙә башланы. Фәҡәт шаҡмаҡ баҫыуҙар, урмандар, тауҙар, ҙур йылғалар ғына күҙгә салына. Осаһың, осаһың, ә ер Һаман осһоҙ- ҡырыйһыҙ һымаҡ. Тыуған илебеҙ ана шундай киң икән. Алыҫ араны яҡынайтып, самолёт уларҙы Мәскәүгә еткерҙе.
 


1988 йыл