0%

Тыуған илем. Салауат Юлаев

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Тыуған илем (шиғыр)
автор Салауат Юлаев
Сығанаҡ: http://blang.ru/writers.php?w=78


Тыуған илем


Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Күккә ашҡан Уралым, —
Минең изге төйәгем,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем.
Күгәреп күккә үрелгән
Ҡарлы башын Уралдың,
Күҙҙең яуын алырҙай
Матурлығын ҡырҙарҙың
Мәңге маҡтар инем мин,
Мәңге данлар инем мин.

Тыуған-үҫкән илемдән
Яҙмышым йыраҡ ташлаһа,
Һеҙҙе һағынып өлгөрәм,
Төшөмдә һеҙҙе гел күрәм,
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Һөйгән һылыу Уралым!
Тыуған яҡтан ел иҫһә,
Ул миңә хәбәр килтерә;
Тыуған-үҫкән еремдән,
Өҙөлөп һөйгән илемдән, —
Минең тыуған ҡырҙарҙан,
Балдай татлы һыуҙарҙан,
Яландарҙан, урмандан,
Күккә ашҡан Уралдан
Миңә хәбәр килтерә.