Тыуған ергә ҡайтыу

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Тыуған ергә ҡайтыу (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (100-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Тыуған ергә ҡайтыу


Баҡсаларға ҡайта һандуғастар,
Йылғаһына ҡайта балыҡтар,
Үгәйһетеп бер ташлаған ергә –
Тыуған ергә ҡайта халыҡтар!
Тамырҙары иҫән, йәне иҫән,
Хәтерҙәре иҫән киткәндең,
Ботаҡтары күптән ҡырҡылһа ла
Буш олоно ҡалған имәндең.
Инде бикләнмәҫкә асылалар
Тут ялаған ауыр ишектәр,
Сабылһа ла инде үкенмәйҙер
Кеше бейеклеге кесерткән.
Тупһа ташы мүкләнеп үк киткән,
Табан төҫө күрмәй ятҡанға;
Үрмәкселәр, һеҙ ҙә шатһығыҙҙыр
Өй хужаһы кире ҡайтҡанға.
Йорт һалына ауыл тыуһын өсөн,
Гөрләп торһон өсөн урамдар,
Ҡаҙандарҙа итле һурпа бешеп,
Йыйылһындар өсөн туғандар.
Кәртәләргә тулһын һыйыр, һарыҡ,
Күңелдәргә тулһын моң ғына,
Ташлап киткән ерҙең ғәзизлеге
Иҫкә төшә икән һуң ғына.
Баҡсаларға ҡайта һандуғастар,
Йылғаһына ҡайта балыҡтар…
Мәңгелеккә тороп ҡалыр өсөн
Тыуған ергә ҡайта халыҡтар!



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.