0%

Тырма. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Тырма. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 28.12.2013. Нәшер ителгән: 01.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Тырма


“Бер тырмаға ҡат-ҡат баҫыу
Ярамай”,- тиһәләрҙә,
Бер үк хатам ҡабатлана:
Ышанам кешеләргә.

Берәүҙәргә етеп ҡала
Бер тапҡыр баҫҡаны ла,
Ғүмер буйы ҡурҡып йәшәй
Асырға ҡапҡаны ла.

Һәр кешелә тик яҡшылыҡ
Эҙләргә күнеккәнмен,
Йыш алданам: әле булһа
Аҡыл бирмәй үткәнем!

Белә тороп, күп тапҡырҙар
Баҫһаң, тимәк, тырма – шәп!
Ошо тырмаға баҫмайса
Булмай, күрәһең, йәшәп…


28.12.2013