Jump to content

Тып-тын ғына(шиғыр). Сафуан Әлибай

From Wikisource
Тып-тын ғына (Шиғыр)
автор Сафуан Әлибай
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Тып-тын ғына


Хатта һәйбәт булды әле —
Бер кем мине әрләмәй.
Әрләмәгәс — иламайым
Әрләмәгәс, иламағас,
Мине бер кем йәлләмәй.
Әсәйем дә әрләмәй,
Ағайым да әрләмәй,
Өләсәйем маҡтап ҡуя,
Апай ҙа сәрелдәмәй.
Сәрелдәрҙәр ине бик тә,
Ырғандап мин сапмайым.
Дәфтәр, китап йыртмайым,
Һауыт-һаба ватмайым.
Бесәй менән тырнашмайым,
Уны һыйпап һыйлайым.
Бөтәһен дә тыңлап ҡына,
Тып-тын ғына уйнайым.
Аптырар әле кемдәрҙер:
Ниңә сыҡмай тауышым?..
Бөгөн йәшерҙем дә ҡуйҙым
Атайымдың ҡайышын.
 
 


1996 йыл