Тылсымсы килтергән Яңы йыл(әкиәт). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Тылсымсы килтергән Яңы йыл ( әкиәт )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Тылсымсы килтергән Яңы йыл


 Балаларға йыл буйы тылсым өләшә торғас, тоғом бушап ҡалды. Аптырап торманым, Аҡбуҙатҡа атланып, урманға киттем. Әкиәттәрҙә уларҙың адресы яҙылған бит: бөтөн тылсымсылар тау-урманда йәшәй.
Ап-аҡ ҡарға бата-сума, килеп керҙек шулай урманға.
— Эһе-һе-һей! Кем бар бында? Тауыш бирегеҙ әле! Миңә тылсым кәрәк! — тип һөрәнләнем.
Урман шаулап китте. Мең-мең тауыш ишетелде. Ул ҡоштар ҡысҡыра, ул бүреләр олой, ул ағастар һыҙғыра...
— Аҡбуҙатым, дөрөҫ юл күрһәт миңә! — тип шыбырланым ҡурҡышымдан, атыма һырынып.
Аҡбуҙатым урман төпкөлөнә алып инде лә ҡыйығы көрт менән ҡапланған бер өй эргәһендә туҡтап ҡалды. Унда ҡыр сусҡалары — ҡабандар йәшәй икән. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, йомошомдо әйтә һалдым.
— Бик изге юлда йөрөйһөң икән! — тине инә ҡабан.
— Яҡшы күңелле кешеләрҙе яратам мин, — тине ғаилә башлығы ла.
— Миңә тылсым кәрәк ине! — тинем, түҙемһеҙләнеп. — Әкиәт геройҙарын табырға ине. Ҡамыр батырҙы, Аҡъял батырҙы...
— Тылсым батырҙарҙа ғына була, тиһеңме? Яңылышаһың! Ул һәр матур күңелленең йөрәгендә йәшәй, белгең килһә! — тине инә ҡабан.
— Иң зирәк, иң аҡыллы балабыҙҙы бүләк итәбеҙ, — тине аталары. — Ул һине йыл буйына мөғжизәләр тыуҙырырға өйрәтер!
Ҡабандар күңелемә әллә ни ятып етмәһә лә, яҡшы һүҙҙәре әсир итте. Бүләктән ҡолаҡ ҡаҡҡым килмәне. Алып ҡайттым бәләкәй генә, матур ғына сусҡа балаһын, тоғома һалып.
Ишектән инеү менән, ул:
— һаумы, Ҡарһылыу! — тип өндәште.
«Бәй-бәй, беҙҙең өйөбөҙҙә Ҡарһылыу йәшәмәй ҙә инде», — тип уйлап та өлгөрмәнем, матурҡай ҡаршыма килеп баҫты ла:
— Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән! — тине.
Бәләкәс сусҡаның тылсымы менән Ҡыш бабай ҙа килеп инде.
— Етеп килгән Яңы йыл менән! — тине ул да.
Бәләкәс ҡунағымдың бер-ике мырҡылдауы булды, Яңы йыл үҙе лә ишек ҡаҡты. Өйгә инеү менән:
— Бөтәгеҙгә лә бәхет, шатлыҡ, ҡыуаныстар килтерҙем! — тине.
Беҙ, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, сусҡа бәпесе, минең ейәндәрем, күрше-тирәләге балалар, Яңы йылды уртаға алып, йырланыҡ-бейенек. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу бүләктәр таратты бөтәбеҙгә лә. Шулай итеп, мин сусҡа бәпесенең тылсымсы икәненә тамам ышандым. Мине йыл буйына тик яҡшылыҡҡа өйрәтәсәгенә, бәхет килтерәсәгенә лә шигем юҡ. «Тылсым һәр матур күңелленең йөрәгендә йәшәй!» — тине бит уның инәһе.
Мин дә, ҡәҙерле дуҫтарым, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың һүҙҙәрен ҡабатлайым:
— Ҡотло булһын Яңы йыл! Ул һеҙгә бәхет, ҡыуаныстар ғына килтерһен! Сәләмәт булығыҙ, йәме!

 


2009 йыл