Jump to content

Тылсымлы быяла(хикәйә). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Тылсымлы быяла ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Тылсымлы быяла


 Тауҙарҙан, гөрләп, ҡар һыуҙары ағып бөтөр- бөтмәҫ, битләүҙәрҙә умырзая морон төрттө. Оялағы яңы сыҡҡан ҡаҙ бәпкәләре кеүек, бер- береһенә һыйынып ҡына ултырған булалар, һары ғыналар, йомшаҡ ҡыналар. Башҡа яҡтарҙа уларҙың көрәндәре лә үҫә, тиҙәр. Үҫһә — үҫәлер ҙә... Зөлфиәгә һарыһы оҡшай. Ергә сүгәләп, ипләп кенә таж япраҡтарын һыйпаһаң, умырзаянан хуш еҫ бөркөлә.
Тау битләүҙәрендә умырзая менән бергә йыуа ла ҡалҡа. Кисә әсәһе: «Ҡыҙым, йыуа сыҡҡан», — тип һөйөнсөләне. Бөгөн Зөлфиә Нәфисә әхирәте менән өйҙәренә терәлеп кенә торған Еләклетауға йыуа йыйырға тип барҙы. Эй-й-й! Йыуа күп! Гөлфиә өр-яңы күлдәгенең кеҫәһенә бер телем икмәк төрөп һалып алғайны. Шуны икегә бүлеп, рәхәтләнеп йыуаға ҡушып ашанылар. Телдәрен әсетеп бөттө, күҙҙәренән йәш атылып сыҡты. Ашап күңелдәре булғас, тоҡсайға йыя башланы ҡыҙҙар. Ҡайтҡас, ата-әсәләре ауыҙ итер. Ҡатыҡҡа ҡушып ашаһаң, һәләк тәмле булып ҡала. Зөлфиәнең өләсәһе: «һуғыш заманында шул йыуа-маҙар, балтырған, ҡаҡы, ҡуҙғалаҡ менән тамаҡ ялғай инек», — тип һөйләгәне лә бар.
Тоҡсайҙарын тултырып, ҡайтырға ғына йыйынғанда, ҡаршыларына Закуан килеп сыҡты. Әллә ниндәй малай ул, Закуан. Ҡыҙҙарҙы гел илата. Йә таҫмаларын һүтә, йә төртөп йыға. Бер көн урамда Зөлфиәнең тубын тартып алып ҡасты.
Әле лә уға бәйләнде:
— Абау, хан ҡыҙы, яңы күлдәк кейеп алған. Ҡотлайым! — Шулай тине лә уны уйһыуыраҡ ерҙә ҡалған бысраҡ ҡар һыуына ултыртты.
Зөлфиә ҡысҡырып илап ебәрҙе. Аҡ ерлеккә ҡара борсаҡ төшөрөлгән күлдәге бик йәл ине уға. Йәлләмәҫ ине лә, өр-яңы бит! Итәгенән сөбөрләп һыу аға.
Закуан, шуның менән эшем бөттө, тигәндәй, йәйәһенән уҡ атырға тотондо.
Нәфисә шул саҡ ҡыҙыл быяла күреп ҡалды ла, уны ҡулына алып, күҙенә яҡын килтерҙе. Эй ҡыҙыҡ! Ағастар ҡыҙғылт булып күренә, ауылдағы йорттар ҙа, яҡында ғына йөрөгән кешеләр ҙә ҡыҙғылт.
Нәфисә быяла киҫәген Зөлфиәгә тотторҙо. Ул быяла аша ҡарап-ҡарап торҙо ла ҡысҡырып көлөргә тотондо.
Ҡыҙҙарҙың көлөү тауышына Закуан килеп етте. Зөлфиә тылсымлы быяланы уға тотторҙо. Закуан ҡыҙҙарға ҡыҙыл быяла аша ҡарап торҙо- торҙо ла шулай уҡ көлөп ебәрҙе.

 


2009 йыл