Туған тел

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Туған телем (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (84-се бит) ISBN 5-295-03798-3


Туған телем


Бик серләшкең килһә Ерем менән,
Һыйпап һомғол ҡайын һындарын,
Бик тибрәткең килһә, тәбиғәттең
Мең ауазлы сихри ҡылдарын,
Бының өсөн тәүҙә ишетә бел
Тыуған телдең серле һүҙҙәрен!
Шул ваҡытта
Халыҡ гәүһәрҙәре
Күңелеңдә балҡыр үҙҙәре!



Иҫкәрмәләр



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.