Jump to content

Туптың яратҡан төҫтәре(әкиәт). Айһылыу Йәғәфәрова

From Wikisource
Туптың яратҡан төҫтәре (әкиәт)
автор Айһылыу Йәғәфәрова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Туптың яратҡан төҫтәре


Һин туп уйнарға яратаһыңмы? Әлбиттә, яратаһың. Үҙең дә бит туп кеүек һикергеләп йөрөйһөң. Бөгөн мин һиңә туп тураһында әкиәт һөйләйем, тыңлайһыңмы? Улайһа, башлайым.
Ҡасандыр Туптың бер ниндәй ҙә төҫө булмаған. Ә инде ,ниндәй төҫтө һайларға икәнен үҙе лә белмәгән. Был хаҡта йәшел яулыҡлы, аҡ күлдәкле Ҡайын ишеткән дә ярҙамға ашыҡҡан,
— Ниңә аптырайһың, ҡәҙерле дуҫым, бына минең яулығым ниндәй матур, йәм-йәшел, күлдәгемә күҙ һалсы: ап-аҡ. Һайла ошо төҫтәрҙең береһен,— тигән ул. Туптың ҡайын күлдәге кеүек аҡ, ҡайын яулығы кеүек йәшел булғыһы килгән.
Ҡайҙандыр Ҡайын ботағына осоп килеп ултырған һары алъяпҡыслы Турғай:
— Ә һин миңә ҡара, мин дә һинең кеүек йомро, шулай булғас, минең һары алъяпҡысымдың төҫө һиңә килешәсәк,— тип кәңәш иткән. Туп, уның һары алъяпҡысын күрергә теләп, Турғай эргәһенә, Ҡайын ботағына, ырғыған. Бик оҡшаған уға һары төҫ. Тик ергә кире төшөргә лә өлгөрмәгән, күм-күк кенә Ҡыңғырау сәскә:
— Сың-сың-сың, һин минең төҫөмдө оҡшатмайһыңмы ни?— тип һораған.
— Юҡ, һинең эшләпәң әллә ни матур түгел, бына минең бәрхәт ҡара халатым иҫ китерлек. Тупҡай, ал ошо ҡара төҫтө,— тип һүҙгә ҡушылған ҡара Ҡарға, улар янынан үтеп барышлай.
— Һөйөклө Туп, беҙҙең төҫтө ал, беҙҙең төҫтө һайла,— тип баштарын эйгән ҡыҙыл, ал, көрән Сәскәләр.
— Ул минең төҫтө генә һайлаясаҡ!..
Башҡаларҙы ғәжәпләндереп, быны тып-тын ятҡан һоро Таш әйткән, һәр кем шулай Тупҡа үҙ төҫөн бирергә тырышҡан. Үҙ-ара бик оҙаҡ бәхәсләшкән улар.
— Миңә бөтә төҫтәр ҙә оҡшай. Ләкин берегеҙҙең төҫөн һайлаһам, икенсегеҙ үпкәләр бит. Кем дә кем минең менән уйнағанда арымай, шуның төҫөн аласаҡмын, килештекме?— тип һораған Туп.
— Килештек, килештек!..— тип шаулаған бөтәһе лә. Туп Ҡайын менән ырғый-һикерә башлаған, тик Ҡайынға ергә эйелеүе бик ҡыйын икән. Ул:
— Башҡалар менән уйна, мин арыным,— тигән. Туп Сәскәләр менән уйнарға тотонған. Шундай шәп йүгергән, ҡыҫҡа аяҡлы Сәскәләр уны ҡыуып етә лә алмаған. Ҡоштар менән һикерешкәндә лә шундай хәл булған. Ә һоро Таш урынынан да ҡуҙғалмаған. Шул ваҡыт һуҡмаҡта ҡап-ҡара сәсенә ҡыҙыл таҫма бәйләгән бер Ҡыҙыҡай күренгән.
— Бәлки, ошо Ҡыҙыҡай бәхәсте хәл итер, ул бит кеше,— тигән ҡара бәрхәт халатлы Ҡарға. Улар тегене саҡырып алған да эштең нимәлә икәнен һөйләп биргән. Ҡыҙыҡай көлөп ебәргән дә Тупҡа:
— Әгәр һинең менән уйнағанда арымаһам, минең яратҡан төҫөмдө һайларһыңмы һуң?— тип һораған.
Уйын башланған, бөтәһе лә ҡыҙыҡһынып уларҙы күҙәткән. Ҡыҙыҡай Туптан һис тә ҡалышмай икән: ырғый, йүгерә, һикерә. Оҙаҡ уйнаған улар, ә ҡыҙыҡай арырға уйламаған да. Ахырҙа, Туп туҡтаған да:
— Һин ниндәй төҫтө яратаһың һуң?—» тип һораған.
— Минме... Ялҡын кеүек ҡыҙыл, тағы ла баш өҫтөндәге һауа кеүек зәңгәр төҫтө яратам,— тигән Ҡыҙыҡай көлөп.
— Ә һин берәүһен генә әйт, бер юлы ике төҫтө лә һайлай алмайым бит инде.
— Мин ике төҫтө лә берҙәй яратам,— тип ныҡышҡан Ҡыҙыҡай.
— Икеһен дә ал,— тигән башҡалар ҙа.
— Ярай, һинеңсә булһын, ярты яғыма ҡыҙыл, ярты яғыма зәңгәр төҫтө алам,— тигән Туп Ҡыҙыҡайға.
Ә һин ниндәй төҫтө яратаһың? Тик һин, Туп һәр саҡ ҡыҙыл менән зәңгәр төҫтә генә икән, тип уйлама. Уның менән уйнағанда арымаһаң, бәлки, тубың һин яратҡан төҫтө лә һайлар, кем белә...
 
 


1996 йыл