0%

Тун – минеке! Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Тун - минеке! (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 06.12.2014. Нәшер ителгән: 07.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Тун - минеке!


Беткә үсектем. Тунымды
Утҡа яғайым микән?
Ҡарға түшәп, селек менән
Һуғып-ҡағайым микән?

Ашарға хут биргәнбеҙ ҙә,
Беттәр киткән һимереп,
Беҙгә аҡыл өйрәтәләр,
Үҙебеҙҙе кимереп.

Бет менән көс көрәштереп
Ғүмерем уҙа инде,
Минең туныма үҙемме,
Әллә бет хужа инде?

Тунымды яндырһам, беттән
Бәлки, ҡотолоп булыр?
Яңы тун алһам, унда ла
Башҡа бет килеп тулыр…

Туҡта әле! Тун – минеке!
Бирешәйемме беткә?
Яҙмышыма хужа булһам,
Ҡыҙыллыҡ килмәҫ биткә…

Эй үҙемдә көс эҙләйем,
Ғүмерем тормай көтөп…
Йәшәргә ине тунымды
Ғорур кейерлек итеп,
Беттән ҡотолоп бөтөп!!!


06.12.2014