Тулҡындарҙа нурҙар уйнай. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Тулҡындарҙа нурҙар уйнай (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Тулҡындарҙа нурҙар уйнай


Тулҡындарҙа нурҙар уйнай…
Һулҡып-һулҡып ҡуя йөрәк.
Ул нурҙарҙа тормош – сағыу…
Ундай мәлдәр әммә һирәк.

Балҡышлы ла тулҡындарға
Һалынғандыр ҙур мәғәнә.
Тотош ғүмер торошлолор
Нур сағылтыр шул мәлеңә.