0%

Туй алдынан. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Туй алдынан. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 16.04.2014.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Исемлектәр төҙөп алып,
Хәстәрләйем, барлайым,
Ҡыҙымдың туйы алдынан
Нисәнсе көн ҡайнайым!

Ҡунаҡтарға шылтыратып,
Кәйефтәрен байҡайым,
Туйҙар матур үтһен өсөн,
Бар донъяны айҡайым!

 Күңелемдән бер аҙ ҡурҡам,
Эстән генә ут йотам,
Ҡыҙымдың шат йөҙөн күрһәм,
Бар шөбһәне онотам.

Ҡурҡҡан эш хәйерле була,-
Туйҙар гөрләтеп уҙһын,
Туйҙар үтер ҙә китер ул –
Йәштәр бәхетле булһын!

Туй яһау – ата-әсәнең
Изге оло бурысы.
Туйҙан башлана ғына бит!
Туй – таяҡтың бер осо.

Икенсе осона тиклем
Оҙон юлдар үтһендәр,
Мөхәббәттә, татыулыҡта
Матур ғүмер итһендәр,

Балалар табып, үҫтереп,
Парлы итһендәр туйлап…
…Туйға әҙерләнергә бит!
Ултырам нимә уйлап!

Ҡыҙымдың туйы алдынан
Мәшәҡәтем тау хәтле!
Онотолор арыу-талыу –
Йәштәр булһын бәхетле!