Тс-с-сс!(хикәйә). Тамара Ғәниева

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Тс-с-сс! (хикәйә)
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Тс-с-сс!


 
 Беҙҙең быйыл яһаған таҡта ояға сыйырсыҡ ояламаны. Иртә яҙҙан уҡ бер сәрелдәк турғай хужа булып алды ла сыйырсыҡты яҡын да ебәрмәне. Тик бер аҙҙан үҙе лә яңы өйҙө мөрхәтһенмәйенсә, сыбыҡ-сабыҡтан беҙҙең өй ҡыйығына оя ҡорҙо.
Был әрһеҙ турғай ғаиләһе талымһыҙ булып сыҡты. Баштараҡ улар парлашып сырылдаша, әйләнә-тирәләге йәйге матурлыҡҡа ҡушарлап «дан» йырлай ине. Һуңыраҡ береһенең генә тауышы ишетелә башланы.
Ата турғай ине, буғай. Йомортҡа баҫырға ултырған инә турғайҙың кәйефен күтәрәм типмелер, ояның ситенә генә ултыра ла, эй, тотона «сый» ҙа «сай» сырҡылдарға. Ә инәһе, күҙҙәрен йомоп, хискә бирелә.
Бер-ике аҙна ваҡыт үтте тигәндә, ҡыҙыҡтар башланды. Бер көндө тәҙрә төбөндә сынаяҡ ярсығы кеүек
ватыҡтар табылды. Ҡош йомортҡаһыныҡы икән. Ә ниңә ергә ташларға булғандар? Беҙ ҡустым менән ҡыҙыҡһынып, баҫҡыс ҡуйып, өй түбәһенә мендек. Маҡсатыбыҙ — әлеге турғай ояһына күҙ һалыу. Йәпләп ултырҙыҡ та, тын ғына ҡыйыҡ ситенә шыуып килеп, түбәнгә — кәрнизгә ҡарайбыҙ.
Тс-с-сс! Оя эсендә ҡурҡыныс йән эйәһе, кәүҙәһенән дә ҙурыраҡ башына көсө етмәгәндән, ауа-түнә килә. Ҡалған дүрт-биш йомортҡаның ҡайһы береһе йомро көйө, бер-икеһе уртаға ярылған. Беҙ, төкөрөк йоторға ла ҡурҡып, шып-шым күҙәтәбеҙ. Тишек йомортҡаларҙың береһе ҡыбырлай башланы. Эстә, әйтерһең, мискәгә бикләнгән кенәз Гвидон тибәләнә. Ярыҡ ҙурая башланы, турғай балаһы, уны яурыны, муйыны менән этеп, киңәйткәндән-киңәйтә бара. Бер аҙ тырыша ла ял итә. Тын алғас, яңынан эшкә тотона.
Ә инә турғай һуң? Ыҙаланып яҡты донъяға талпынған бәләкәсенә берәр төрлө ярҙам күрһәтһәсе! Мин турғай балаһына ярҙам итерҙәй булам, тик ҡыбырлаһам, инә турғай осоп китер, тип ҡурҡам. Китер ҙә бүтән килергә ҡурҡыр. Ҡалыр шунан ҡошсоҡтар етем булып. Шул саҡ ҡустым оҙон итеп танау тартып ҡуймаһынмы! И-и-х! Инә турғай пырх итеп осоп та китте һәм оя тирәләй әйләнә башланы.
— Төш!— тим мин ҡустыма йән асыуға,— ҡурҡыттың бит!
Беҙ шым ғына ергә төшәбеҙ. Мин күҙәтеп бөтмәгән тамашаны, ҡыйыҡҡа менеп, тағы ла күҙәтергә самалаған ҡустымды киҫәтеп ҡуйҙым: «Ҡара уны, кәрәгеңде бирермен!» Үҙемдең дә күрге килә лә бит. Инә турғайҙы йәлләйем: ҡурҡа ла, көнләшә лә бит.
Бер нисә көндән йәмһеҙ турғай балалары, оя ситенә баҫып, атаһы менән әсәһенең ем ташығанын көтә баш- ланы. Ә тәҙрә төбөнә эс яҡтан ҡыҙыл һыҙаттар һыҙылған «сынаяҡ» ярсыҡтары ҡойолоп төштө.


1993 йыл