0%

Тотош нурға ҡойондом. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Тотош нурға ҡойондом (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Тотош нурға ҡойондом


Йөрәгемде утҡа һала
Атлап китеп барыуың.
Йөрәгемде һыуға һала
Ҡайырылып ҡарауың.

Утта-һыуҙа сынығыр ҙа
Хәтәр нығыныр инде,
Һинең серле ҡарашыңды
Йөрәк һағыныр инде.

Ҡаштарыңды төйөп кенә,
Башыңды сөйөп кенә,
Күңел түремә баҡтың һин,
Яратып, һөйөп кенә.

Мин бер гөлдәй,
Һин ҡояштай
Шул сағында тойолдоң.
Ә миңә һуң күп кәрәкме -
Тотош нурға ҡойондом!