0%

Томан (йыр)

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
ТОМАН
автор Халыҡ йыры
Ижад итеү ваҡыты: Билдәһеҙ.


ТОМАН


Иртән дә томан, кистә лә томан,
Был томанҡайҙарға ни булған?
Тауға ла менеп, ташҡа баҫып,
Һин ҡарарһың, йәнем, мин булмам.

Саҡыра ла кәкүк, һайрай былбыл,
Талдар араһында ҡағынып.
Ауырып та ятып һарғайманым,
Мин һарғайҙым һине һағынып.

Иртән дә томан, кистә лә томан,
Был томанҡайҙарға ни булған?
Тауға ла менеп, ташҡа баҫып,
Һин ҡарарһың, йәнем, мин булмам.



Йырҙың тарихы

Тау башындағы энәлек ағасына томан ятһа, был ерҙә толпар ат йоҡлаған була, тип һөйләй торғайнылар олатайҙар. Егет кешегә ошо толпар йоҡлаған ергә баҫырға ярамай. Ҡыҙ кеше бaҫһa, бер ни ҙә булмай. Әгәр егет кеше бaҫһa, уны һағыш, ҡайғы баҫа, сит ергә китһә, тыуған ерен haғынып hapғая.

Ҡансыра ауылынан Һиҙиәт исемле бер ир-егет ошо толпар йоҡлаған ерҙән үтә. Күпмелер ваҡыттан һуң был һарғая башлай. Ҡатыны Хәмиҙә бер көн иренә ҡарап йыр йырлай:

Иртә лә генә томан, кис тә томан,

Был томанҡайҙарға ни булған?

Ап-аҡ ҡына егет, һарғайҙың да,

Быйылғы йыл һиңә ни булған?

"Хафаланма, Хәмиҙәм, минең бер ерем дә ауыртмай. Тик ниңәлер эсем бошҡолай", — тигән Һиҙиәт. Бер мәл, Йәйсән йылғаһы буйында бесән сабып ятҡанда, Һизиәткә әрме хеҙмәтенә китергә саҡырыу ҡaғыҙы килтерәләр. Ул осорҙа хеҙмәткә саҡырылған кеше уҙенең аты, ҡоралы менән китергә тейеш була. Һиҙиәт менән Хәмиҙә икәүләп бик яҡшы ат, yҡ-haҙaҡ әҙерләй. Юлға сығыр алдынан әйләнеп ҡайта алмаҫын һиҙенгәндәй, ҡатынына тебәп, былай тип йырлай:

Иртән дә томан, кистә лә томан,

Был томанҡайҙарға ни булған?

Тауға ла менеп, ташҡа баҫып,

Һин ҡapapһың. йәнем, мин булмам.

Хәмиҙә һығылып илай-илай ирен оҙатып ҡала. Әрмелә йөрөгәндә Һиҙиәт тағы ла нығыраҡ һарғая. Бер ваҡыт һағышына түҙә алмай ҡатынына хат яҙып ебәрә:

Саҡыра ла кәкүк, һайрай былбыл,

Талдар араһында ҡағынып.

Ауырып та ятып һарғайманым,

Мин һарғайҙым һине һағынып.

Һиҙиәткә иленә ҡайтырға насип булмай: әрме ерендә донья ҡуя.