Тилебаш. Ситдиҡова Гүзәл .

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

{{Текст тураһында

|Ирекле китапхана - башҡортса Викитека
| Исеме =«Тилебаш! (Пушкин/Ситдиҡова)…»
| Тәржемәсе = Гүзәл Ситдиҡова (1889—1966)
| Тәржемә ителгән ваҡыты = 2005
|Төп нөсхәлә исеме: Делибаш.
| Төп нөсхә теле = русса



Делибаш[edit]

Перестрелка за холмами;
Смотрит лагерь их и наш;
… На холме пред казаками
Вьется красный делибаш.
Делибаш! не суйся к лаве,
Пожалей свое житье;
Вмиг аминь лихой забаве:
Попадешься на копье.
Эй, казак! не рвися к бою:
Делибаш на всем скаку
Срежет саблею кривою
С плеч удалую башку.
Мчатся, сшиблись в общем крике...
Посмотрите! каковы?..
Делибаш уже на пике,
А казак без головы.

Тилебаш[edit]

Тау артлап атыштар бара;
Яҡтар ҡыла тамаша;
Тилебаш дыуамал, ҡара,
Атта елә тау аша.
Тилебаш! инмә алышҡа,
Йәллә әүәл йәнеңде,
Амин, тип ауаз һалышҡа
Һөңгө тишер тәнеңде.
Әй казак! яуға атылма,
Ҡайҙа шулай ашҡындың:
Тилебаш ярһыу атында
Ҡырҡып алыр башыңды.
Еләләр, үс-нәфрәт таша,
Бер кем һелтәнмәй яҙа:
Һөңгө үткән тиле аша
Һәм башһыҙ ята казак.

«Делибаш» - А.С. Пушкиндың урыҫ-төрөк һуғышы ваҡытында яҙған шиғыры. Шиғырға атама биргән һүҙ төрөк сығышлы һәм беҙгә тәржемәһеҙ ҙә аңлашылып тора - тилебаш, йәғни, дыуамал.