100%

Текетек Бәшмәгестан илендә. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Текетек Бәшмәгестан илендә
автор Гүзәл Ситдиҡова
Ижад итеү ваҡыты: 1994. Сығанаҡ: Текетек:шиғри әкиәт.- Өфө: Китап, 1994,-16 б.


Текетек Бәшмәгестан илендә

Мәктәптә синыфташтары Тектектән урманда күргәндәрен эй һораштылар, эй һораштылар. Әлегә береһенең дә улай йыраҡҡа йөрөгәне булмағас, тәкәнең даны таралып китте. Етмәһә, Бүре тиклем Бүрене еңгән бит ул. Быныһына күптәр ышанмай ҙа маташты, тик урмандан Текетекте тыуған көнө менән ҡотлап бүре балаларынан открытка килеүе генә шикләнеүселәрҙең ауыҙын япты.

Кәзә малайы йор һүҙле: уйынлы-ысынлы борсаҡ һиптерә генә, уйлап сығарыуҙа Ҡабырсаҡтан һис ҡалышмай. «Юҡты һөйләйһең бит», - тиһәләр, ыжламай ҙа:

- Ә һин китаптан уҡы ла, дөрөҫ булмаған урынын үҙең төҙәт, - тип ебәрә.

Синыфташтары һис үпкәләмәй, энциклопедияларҙан (аңлатмалы ҙур һүҙлектәр), төрлө белешмәләрҙән уҡып, шаян малайға яуап әҙерләп киләләр. Текетек Бәшмәгестан тураһында һөйләгәндән һуң күп тә үтмәне, һәммәһе лә был үҫемлектәрҙең ашарға яраҡлыһын ағыулыһынан айыра ла башланы.

Әйҙә, Текетектең һөйләгәндәрен беҙ ҙә тыңлап ҡарайыҡ әле.

Эшләпә кибетендә

Аҙашып бер барып сыҡтым
Бәшмәгестан тигән яҡҡа,
Ҡыҙыҡ күрһәң  һин дә тыңла,
Һөйләп бирәм ошо хаҡта.

Туҙҙы ҡатам, туҙҙы күлдәк,
Аслыҡтан өҙөлә үҙәк.
«Кибет» тигән яҙыу күрҙем,
Йәһәтерәк шунда керҙем.

Бәшмәгестан кибетендә
Беләһеңме, ни һаталар?
Уйлайһыңдыр икмәк бар тип,
Күлдәк, салбар, йә ҡаталар?

Юҡ икән шул.
				Һәр кибеттә -
Тик эшләпә, кәпәс,бүрек,
Салма,картуз,түбәтәйҙәр,
Башлыҡ,ҡалпаҡ,кепка,берет,
Папахалар,йәнә фәстәр,

Башлыҡ кеүек парик-сәстәр,
Яулыҡ,ҡашмау,котелоктар,
Башҡа кейер бүтән юҡ-бар.
Тамам йолҡош булып ҡалдым,

Аптырағас, барын алдым:
Тояҡҡа кейҙем -эшләпә,
Билемә кейҙем -эшләпә,
Арҡаға кейҙем - эшләпә,

Ҡойроҡҡа кейҙем -эшләпә,
Муйынға кейҙем -эшләпә
Башыма, шикһеҙ -эшләпә,
Ҡайҙа ҡарама -эшләпә,

Мохтажлыҡ бына нишләтә?!
Баштан-аяҡ эшләпәлә
Ултырғайным бер түңгәккә,
Баллы бәшмәк тип уйлаптыр

Бәшмәкселәр, вәт, күҙәтә,
Кейемде йолҡоп йөҙәтә... 


		Бәшмәк
Эшләпәһен баҫып кейгән
Төшөрөп ҡашына уҡ,
Эшләпәһен сисеп алһаң
Ҡаш түгел башы ла юҡ
				(Йомаҡ)
Йомаҡты ҡойоп та бөттөм,
Яуап ишеттем :»Бәшмәк»,
«Гөмбә», - тине бер ҡыҙыҡай,
Бер малай әйтте: «Мәшкәк».

Тәүге яуап - иң дөрөҫө,
Китапса була - «бәшмәк»,
Эшләпәһен алып ҡайттым,
Ана, мейестә бешмәк!

Бәшмәктәр башһыҙ булһа ла бик фырт: кешегә эшләпәһеҙ күренмәйҙәр тиерлек. Ярай әле шулай итәләр - баш кейемдәре булмаһа, уларҙың ҡайһыһын ашарға ярай, ҡайһыһын ярамай икәнен ҡайҙан белер инек? Башлыҡтары ниндәй фасонлы әле ул! Ярпылдаҡ бәшмәктең (лопастник курчавый) ҡалпағы бөҙөркә-бөҙөркә, строчоктыҡы - тубырсыҡ кеүек. Шуға уны башҡорттар тубырсыҡбаш тип атай ҙа. Ҡаракүлгә оҡшаған һырлы-һырлы бүрек кейгәне - бүрекбаш (сморчок). Быжыр бәшмәктең (веселка) исеме лә бүркенә ҡарап бирелгән. Башҡорттар элгәре бәшмәкте бик ҡулланмаған, шуға уларҙың исемдәре лә әллә ни күп төрлө һәм ҡупшы түгел. Урыҫтар иһә иҫ киткес матур атамалар биргән - борондан яратҡан ризыҡтары булғас ни! Кәзә малайы ла был хаҡта белә икән, шуға күрә бәшмәк атамаларының ике телдәгеһен дә әйтеп һөйләне.

'''Волнушка''' - йөнтәҫ бәшмәк
Волнушканың эшләпәһе
Оҡшаш таш төшкән һыуға,
Тулҡынҡай тип кенә ниңә
Ҡушмайҙар икән уға?

Бәрхәт башлығына ҡарап
Йөнтәҫ бәшмәк тигәндәр,
Был меҫкендәр баш кейемен
Тип-тиҫкәре кейгәндәр -
Әллә инде бүрәнкәне
Эшләпә тип белгәндәр.

'''Груздь''' - гөрөз - кәпәсбаш
Гөрөздөң дә аҡ кәпәсе
Оҡшап тора кәсәгә,
Ямғыр яуһа, шуҡ турғайҙар
Төшә лә һыу эсәләр.

Кәпәсбаш тигән исеме
Килешеп тора тағы,
Кәрзиндәге бәшмәктәрҙең
Гөрөздә иң ап-ағы.

	
'''Мухомор''' - тырҡыш бәшмәк
Әберкәле итәк кейгән.
Тимгел-тимгел эшләпә,
Алһыу төҫкә аҡ ебәктән
Селтәр-ҡайма эшләткән.

Ҡупшыланып сығып баҫһа
Сып-сыбар була ялан.
Мухо-мор - себен үлтергес -
Исеме ниндәй яман.

Беҙҙеңсә ул «тырҡыш» инде,
Тейә күрмә, ағыулы,
Селтәрле алһыу эшләпә
Әллә ҡайҙан таныулы.

Ағыу булғас, үҫмәһен, тип,
Ҡайнамаһын һарыуың, 
Сирле болан уны эҙләй -
Ул бит - болан дарыуы.

'''Лисичка''' - һары бәшмәк
Диңгеҙҙә йөҙә -
Төлкө,
Урман - ҡыр гиҙә -
Төлкө,
Үҫемлек икән 
Төлкө,
Эшләпә кейгән -
Көлкө!
Осло морон,
Һары елән:
Һары бәшмәк -
Беләм, беләм!

'''Вешенка''' - ҡарама бәшмәге
Ҡыу ағас тип ҡарама,
Уңыш бирә ҡарама,
Һыйға тулы ҡуйыны -
Бәшмәк үҫкән һыйынып.

'''Опенок'''- баллы бәшмәк - түңгәк бәшмәге
Опенок -ул баллы бәшмәк,
Бигерәк туған күңелле:
Ишле булып теҙелешкән -
Түңгәк ҡалған күмелеп.
Түңгәк - пень-пень, түңгәккәй,
Түңгәк тулы түбәтәй,
Йыйҙыҡ-йыйҙыҡ күп, әйкәй,
Кәрзинебеҙ - өймәкәй.
	
'''Дождевик''' - ямғыр  бәшмәге - һаңрау бәшмәк
Ямғыр йомортҡа һалған,
Тәгәрәп ятып ҡалған,
Һытылмаған, ҡарасы,
Ергә батып барасы.
Йыйып алдым бер туҫтаҡ -
Беҙ бит аш-һыуға оҫта.
Ҡабыҡһыҙ был йомортҡа -
Бешерҙем ҡуйы бутҡа.
- Ғәжәп тәмле бәшмәк, -тип
Әй маҡтай  әбей-ҡортҡа.
Йомарланып ҡалҡып сыға
Ямғыр үтһә йәшнәп тә,
Үҫкеләй икән ҡайһы саҡ
Эшләпәһеҙ бәшмәк тә.

-Ә нишләп дождевик булғас, һаңрау тип исем биргәндәр, ямғыр бәшмәге генә булмаймы ни?- тип һораны синыфташтары Текетектән, аптырашып. -Тегеләй ҙә, былай ҙа дөрөҫ, - тине тәкә. - Ҡартая башлағас, ул шоколад төҫөнә инә, тибеп тороп ебәрһәң, эсендәге оно борхолдап әллә ҡайҙа һибелә. Әсәйем шулай иткәнемде күреп ҡалды ла : «Теймә, әтеү һаңрау булып ҡалырһың», - тип тыйҙы. Әллә дөрөҫ, әллә юҡ, һаңрау бәшмәк тип исем биргәстәре, бәлки әсәйем хаҡлылыр. - Уны ни беҙҙә ашағандарын күргәнем юҡсы, - тип ышанмайыраҡ торҙо Мыраубай. Күкрәгенә әсәһенең миҙалдарын тағып йөрөргә яратҡан овчарка Джек эре генә: - Ямғыр бәшмәген беҙҙә генә һанламайҙар ул, сит илдәрҙә иң шәптәрҙән һанала, хатта консерва эшләп башҡа илдәргә һаталар, - тип өҫтәп ҡуйҙы. Ҡаҙ бәпкәһе Ҡаңғылдаҡ бөгөн махсус китап уҡып килгәйне, алған белемен күрһәтергә ашыҡты: - Эшләпәһеҙ бәшмәктәр күп ул, терпе бәшмәге лә йоп-йомро, уны энәле бәшмәк тип тә йөрөтәләр икән. Тиресәһе ослоҡай төктәр менән ҡапланған, уны ла сығыу менән генә ашарға була, ти. Ә трюфель тигәне һуң - торғаны ялпаҡ бәрәңге. - Ә-ә-ә, беләм-беләм, - тип һуҙгә ҡушылды сусҡа балаһы Мырҡылдаҡ,- мин уны яратып ашайым. Хужабикәм йә мине, йә Аҡбайҙы трюфель эҙләшергә йөрөтә. Тик тапһам, тиҙ генә үҙе ҡырҡа ла ала.

	-Телевизорҙан күрһәткәйнеләр шул һинең кеүек бер һармаҡты, әллә һин үҙең үк булдыңмы икән, -тип хорхолдап көлөп ебәрҙе күркә балаһы Күбенгәк. - Эт һымаҡ итеп муйынынан баулап алғандар, хо-хо-хо, ҡур-ҡур-ҡур.

Былар талашып китмәһен тип ҡурҡып, Ҡаңғылдаҡ һүҙҙе икенсегә борорға ашыҡты: - Ә бына йәбешкәк калоцера сәпсим бәшмәккә оҡшамаған, нәҡ сатлы-сатлы мөгөҙ кеүек. -Нимә-нимә, кәнсир тинеңме? - тип уйынға һабыштыра һалды дуҫының хәйләһен аңлап ҡалған өйрәк бәпкәһе Баҡылдаҡ. - Юҡ та инде, калоцера. - Ә ашарға яраҡлымы? - Юҡ, яраҡһыҙ. - Әтеү, уны иҫтә ҡалдырып этләнмәйек, килеп тороп исеме ауыр,-тиә һалды Баҡылдаҡ. -Был нимә әле ул, бына һин клавариадельфус тип әйтеп ҡара. -Уныһы ни нәмә тағы? -Бәшмәк. Торғаны таяҡ инде үҙе, беҙҙең һымаҡ ыбыр-сыбыр күҫәк урынына ла йөрөтә ала. Күҫәк һымаҡ бәшмәкте күҙ алдына килтереп ваҡ малдар рәхәтләнеп көлөштө. Быҙау Текетекте баллы бәшмәк тип уйлап, кейемен өҙгөләгәнде иҫенә төшөрҙө: -Ҡара әле, тәкә, ауыҙыңа бал да май, тип һөйләшә кешеләр, төнәгөн Диңгеҙсе кәләш апҡайтҡас, ауыҙына бал-май ҡаптырҙылар. Баллы бәшмәк булғас, майлыһы ла барҙыр ул, ә? Кәзә малайы шул һорауҙы ғына көткән тиерһең, һамаҡлап та ебәрҙе:

'''Масленок''' - майлы бәшмәк
Баллыһы булғас бәшмәктең
Бар инде майлыһы ла,
Ҡунаҡтарға бал ашатҡас,
Әсәй май менән һыйлай.

Майлы бәшмәк бик ярата
Ҡарағай, шыршыларҙы, 
Тиҙ үк  бәшмәк барып табам
Күреп ҡалһам шуларҙы.

- Майлы бәшмәктең ылыҫлы урмандарҙы яратҡаны хаҡ, - тип үҙ белемен тағы күрһәтергә тотондо Ҡаңғылдаҡ. - Ҡарағас араһында ла үҫә ул - ҡарағас майлы бәшмәге тип йөрөтәләр. Ниндәй ағасҡа күберәк ылығыуына ҡарап күп кенә бәшмәктәргә исем дә биргәндәр. Ана, ҡарама бәшмәге тураһында һөйләгәйне бит Текетек. Подосиновик, подберезовик, дубовик тигән бәшмәктәр уҫаҡ, ҡайын, имән урмандарын оҡшата, моховик мүкле урындарҙы һайлай. Башҡортса исемдәре лә шунан сығып бирелгән. -Һы, ҡайын бәшмәге - ул бит чага, ағастың олонона йәбешеп үҫә, - тип, бәхәс асмаҡсы булды Безәүкәй. - Кешеләр уны дарыуға йыя. -Чага - оро бәшмәк, ҡайын ороһо, ул бөтөнләй икенсе, - Ҡаңғылдаҡ быҙауҙы ҡырт киҫте. Ҡараҡай исемле быҙауҙың да теле ҡысытып тора - ул сейләй ашап була торған бәшмәктәр барлығын ишеткәйне. Сыроежка ти исеме. «Сырой» һәм «есть» һүҙҙәренән алынған, йәнәһе. Быны ишеткәс, Текетек көрһөнөп ҡуйҙы. Теге саҡ, Хужаның кесе малайы уға эйәреп урманға барғанда, бәшмәктең исеменә алданып ағыуланғаны иҫенә төштө ахыры. Ярай әле, малай тере ҡалды, күп ашамағайны. Башҡортсаға бер ҙә «сейләй ашағыс» тип тәржемә итмәгәндәр бит, ә Сыроежка - һарыҡ бәшмәге - кәзә бәшмәге

	Кәзә бәшмәге тиҙәр,
	Һарыҡ бәшмәге тиҙәр,
	Сейләй генә ашап киләм
	Уны төш мәле, тиҙәр.
	Эшләпәһе ал да гөл, 
 Һәр ҡайҙа үҫә имеш,
	Сыроежка тиһәләр ҙә
Ашап ҡуйма сей килеш.
 	...Һөйләшә торғас, эңер еткәнен дә һиҙмәй ҡалғандар. Ваҡ малдарҙы Хужа ихата янындағы кәртәгә индереп япты. Күктә бихисап йондоҙҙар йылҡ-йылҡ килеп күҙ ҡыҫышты. Бәрәс уларға ҡарап ята торғас, ғәжәп бер хәбәр әйтеп һалды:

- Ә беләһегеҙме, күктә, диңгеҙҙә генә түгел, бәшмәктәр араһында ла йондоҙҙар бар. Дуҫтары ныҡ арыған, ахыры, уның һүҙенә ҡушылыусы булманы. Текетек тә бер аҙҙан йоҡлап китте. Ул төшөндә йондоҙҙар араһында осто - берсә күккә ашты, берсә диңгеҙ төбөнә тәкмәсте, берсә ҙур кәрзингә йыйып алып һарай түшәменә беркетте. Йондоҙ бәшмәкте ашарға ярамағанын хатта төшөндә лә онотмай ине ул.