Jump to content

Тегеүсе(шиғыр). Айһылыу Йәғәфәрова

From Wikisource
Тегеүсе (Шиғыр)
автор Айһылыу Йәғәфәрова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Тегеүсе


Байрамға тип
Күлдәк тектем
     бесәйемә.
Ипләп кенә,
Күрһәтмәйсә
      әсәйемә,
Ә әсәйем
Әллә инде
   барын белә:
— Беҙҙең өйҙә
Тегеүсе, ти,
Үҫеп килә.
 
 


1996 йыл