0%

Таш йылға. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Таш йылға (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Таш йылға


Таш йылға бар Ирәмәлдә…
Таштар ҙа аға микән?
Мөлдөрәмә ҡараш менән
Таштар ҙа баға микән?

Гел таш булған тиһеңме ни –
Ул булғандыр балсыҡ та.
Балсыҡ йыуған ул һыуҙарҙа
Һикергәндер балыҡ та.

Тораташтай ҡалғандыр ул
Һыуҙары ташлап киткәс.
Ҡалғандыр ул киртләс-киртләс,
Ҡояшта сатнап кипкәс.


Ниндәй ғәрәсәт тыуғандыр:
Ниңә ишелгән ҡая?
Бер ни үҡмәҡ таш йылғаны
Кисеп аяҡтар тая.

Кисеп аяҡтар тая,
Ә күңел һаман сая.
Ирәмәл,
Бындай тетрәүҙән
Мөхәббәтемде ая…