0%

Ташҡурсаҡ. Тамара Искәндәриә

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Ташҡурсаҡ (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Ташҡурсаҡ


Йөҙҙәрең һурылып ҡалған,
Күҙең нуры бүҫкәргән.
Бер-берәүҙең кәнизәге
Төндө нисек үткәргән?

Ниндәй дауыл,
Йәнең даулап,
Үрле-ҡырлы һикертте?
Гөлдәй күренгәйнең,
Хәҙер
Торғаның бер һепертке.

Йәлләйем дә һине, юҡ та,
Кем алыр һине ҡурсып,
Яҙмышыңдан,
Үҙ-үҙеңдән,
Тоғролоҡһоҙ ташҡурсаҡ?..