Таштуғай(йыр). Башҡорт халыҡ ижады

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Таштуғай (йыр)
автор Башҡорт халыҡ ижады
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Таштуғай


Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды
Еҙ ҡурайҙай итеп тартайым.
Ялан ерҙәренең кәкүге юҡ,
Кире Уралыма ҡайтайым.
Таштуғай ҙа буйы, ай, күләүек,
Күләүек тә түгел — һаҙ икән.
Һаҙҙарында һайрар ҡоштары юҡ,
Моңло ҡошҡайҙары ҡаҙ икән!
  
 


1988 йыл