0%

Таштар. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Таштар. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 2007.. Нәшер ителгән: 07.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Атайымдың, әсәйемдең
Баш осонда – ҡәбер ташы.
…Тыуып-үҫкән атай йорто
Урынында – нигеҙ ташы.

Беҙ бәхетле үҫкән өйҙән
Елдәр иҫкән. Таштар ҡалған.
Был донъяла таштан башҡа
Бөтәһе лә тиҙгә, ялған...

Унау үҫтек. Бергәләшеп
Бесән саптыҡ, кәбән ҡойҙоҡ.
Күмәкләшеп, һабантуйҙай,
Күңел астыҡ. Донъя ҡорҙоҡ.

Шул нигеҙҙән өлгө алып,
Һәр беребеҙ лайыҡ йәшәй.
Таштар ята. Күрһә, нимә
Әйтер ине атай, әсәй?

Өс ул үҫкән был нигеҙҙең
Ташы ниңә туҙып ҡалған?
…Ағайҙарым донъя көтә:
Ул үҫтерә, өйҙәр һалған...

Гүйә шул таш – йөрәгемдә.
Ниҙәр күрер баштарыбыҙ?
Беҙҙән һуң да аунап ҡалһа
Нигеҙ, ҡәбер таштарыбыҙ?!