Тау ҡыҙы. Ситдиҡова Гүзәл.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Тау ҡыҙы



           
Мин - тау ҡыҙы.

Таштар - бишек кенәм.

Тауһыҙ ҡалһам - үкһеҙ бер йәтим,

Ҡаяларҙа ҡанат нығытҡанмын -

Тау артырға тауҙар өйрәтте.

Яраланһам, аумай ҡалыр уйҙан

Тауҙарыма арҡа терәттем,

Дауыл сыҡһа, ташҡа әүерелеп,

Йығылмаҫҡа тауҙар өйрәтте.

Яҙа баҫһаң, улар ярлыҡамай,

Ғүмерең менән хатта түләтер,

Ҡарурмандар, ҡая таштар аша

Юл табырға тауҙар өйрәтте.

Ғәрәсәттә унда ышыҡ таптым,

Ел ҡаҡтырмай ғәййәр-ғәйрәте,

Кәрһеҙерәк менән мохтаждарҙы

Ҡурсаларға тауҙар өйрәтте.

Тауҙан-тауға йөрөр шаңдаҡ кеүек

Күңелемде ғәйбәт көйрәтте,

Гәлсәр шишмә менән йәшем йыуып,

Бирешмәҫкә тауҙар өйрәтте.

Тауҙа тыуғас, тауҙа - ҡорған оям,

Тауҙан - илһам, тауҙан - көй-дәртем.

Турғаймындыр, бәлки, тик - тауҙыҡы,

Күк иңләргә тауҙар өйрәтте.



2012