Jump to content

Тауыш ниңә шым сыға... Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource

Тауыш ниңә шым сыға...



Ҡысҡырмай ғына һөйләш, тип
Тыялар мине өйҙә,
Бик ҡоторһаң, ана, тиҙәр,
Ҡайыш элеүле сөйҙә.
Таҡта янына сыҡтыммы,
Бөтә лә ҡуя тауыш,
Кәрәкмәй бында киҫәтеү,
Кәрәкмәй бында ҡайыш.
- Ниңә өндәшмәйһең, - тиеп
Аптырай уҡытыусым
… Әйтәйемме, нимә мине
Иң-иң-иң ҡурҡытыусы?
Бик ҡысҡырып һөйләр инем -
Әҙер түгел өй эшем,
Дәрес әҙерләр урынға
Уйнап йөрөнөм кисен.
Етер, тиеп үҙ-үҙемә
Бирҙем бөгөн вәғәҙә,
Беләм дә бит, гел әйтәләр:
Тырышлыҡ – яҡшы ғәҙәт.
Мин булдыра алмайыммы
Булдырғанды башҡалар?!
Тырышлыҡ,
бик-бик һорайым,
Дуҫ булайыҡ, ташлама.
 


2012