100%

Татарник. Йыһат Солтанов

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

автор Йыһат Солтанов
Сығанаҡ: «Аҡлан» баҡсаһы, 24.06.2014. • Йыһат Солтанов сайты


Татарник


«Татар-монгол аты ҡойроғона
Йәбешкәкләп килгән был орлоҡ», —
Тип хәтерләй урыҫ былинаһы.

Башҡортто ла уйға һалырлыҡ.

Ул үҫемлек, тиҙәр, шәп үрсемлек,
Харабалар өҫтөн тиҙ ҡаплай.
Аҫабаның аҙһа нигеҙҙәре,
Ошо шайтан үҙен һабаҡлай.

Һөрмәй-сәсмәй шыта шомло ерҙән,
Ал сәскәһе – тәхет тажылай.
Ҡылсыҡтары – батша мыйыҡтары,
Һине үпһә, ҡаның тамсылай…

«Шайтантаяҡ» тиеп беҙ типкәнде
«Татарник» тип урыҫ кәмһетә.
Шайтантаяҡтары илде баҫҡас,
Ҡоролтайҙар уны йәм итә.

Шулар шаңы – булып илдең аңы,
Аҡыл күҙен шауҡым алартҡас,
«Ҡылсыҡ мыйыҡлыны Йорт түреңә
Ултырт!» — тиеп шайтан шаяртҡас,

Ултыртырбыҙ. Ап-аҡ күңелебеҙ
Түрендәге алтын тәхеткә.
Әйтәләр бит: «Гүзәл был гөлдө беҙ
Һайлап алдыҡ һеҙҙең бәхеткә!»

Әҙәплебеҙ. Тыңлас ғәҙәтлебеҙ.
Виват! Виват! Мыйыҡ, сәскә ат!
Шайтантаяҡ-шайтандың телендә
Һөйләшәсәк инде беҙҙең зат!

Ҡоролтай бит, әнә, ил ҡороҡлай –
Еникейҙар, Зиннур, башҡалар…
Нисек түҙә, сыҡмай ярҙарынан,
Ағиҙел, Дим, Һаҡмар, Ашҡаҙар?!.

Мәктәптәрҙе, клуб, балнистарҙы
Яптыртҡастын берҙәм тауыштан,
Үҙебеҙ үк, шайтан таяҡтары,
«Татарник»ланырбыҙ аҙмыштан


«Аҡлан» баҡсаһы, 24.06.2014.