Бәләкәйҙән минең телем
Үҙемә дошман булды,
Күпме шул тел арҡаһында
Күҙҙәрем йәшкә тулды!
Башҡа килгән һүҙҙе һөйләп,
Апайҙарҙан әрләндем,
Илай-илай тәүбә итеп,
Әрләнгәнгә ғәрләндем.
Ағайҙарым бик шәп итеп
Төшөндөрҙө төйгөсләп:
“Телеңә хужа булмаһаң,
Ырғытабыҙ өҙгөсләп!”
“Тартай теленән таба,”- тип,
Әсәйем әрләй ине,
“Телеңде тыйып өйрәнһәң,
Тыныс йәшәрһең,”- тине.
Ябыҡ булғас, тыртыҡ инде,
Тыртыҡты тартай тиҙәр,
Миңә эләгәлер, тинем,
Үҫеп алғанға ҡәҙәр.
Инде күптән тыртыҡ түгел,
Һаман телемдән табам,
Онотолоп, ысҡындырам,
Һуңынан өрөп ҡабам.
Тура һөйләү – аҡыл түгел,
Һүҙҙәр башты ашайҙар.
Күрәһең, аҙ төйгөсләгән
Бала саҡта ағайҙар!
Тейер-теймәҫ һүҙҙәремдән
Сит кешеләр көлмәһен,
Үҙ ағайың артыҡ төймәй,
Сит ағайҙар төймәһен!
Эй телде тыйып ҡараным!
Телсә сыҡҡыр, тыйылмай!
Хәҙер балалар өйрәтә:
“Һөйләмәсе уйламай!”
Ағайҙарҙың төйгәндәрен
Һағынып иҫкә алам,
Әсәйем һүҙе ҡолаҡта:
“Тыйсы телеңде, балам!”