Тапҡыр Айбулат
Борон заманда Айбулат исемле егет юл гиҙергә сығып киткән. Ҡуйы урман араһынан китеп барғанда, юлбаҫарҙар тотоп алған, ти, быны. Кәйефтәре яҡшы икән. Айбулатты ҡыйырһытмағандар. Быш-быш кәңәшләшеп алғандар ҙа, юлсыны бер ағас төбөнә ултыртып, алдына янып торған шәм ҡуйғандар. Шунан эстәрен ыуып көлөшә-көләшә былай тигәндәр:
-Беҙ һинә фарман бирәбеҙ. Биргәс тә, һин шуны үтә!
-Әйтеп ҡарағыҙ!
-Бына һинең алдыңда шәм тора. Тәрән итеп тын ал да көслө итеп өс тапкыр өр. Ул һүнмәһә, һине ебәрербеҙ, һүнһә, өс көнгә зинданға ябып ҡуябыҙ үҙеңде.
Айбулат оҙаҡ уйлап тормаған:
-Һау! Һау! Һау!- тигән, урманды янғыратып.
Эт булып өргәнгә шәм һүнмәй бит инде ул. Тауыш тулҡынына уның уты тирбәлеп кенә ҡуйған.
- Беҙ һиңә эт булып өр, тимәнек!
Айбулат юғалып ҡалмаған:
- Тының менән өр, тип тә әйтмәнегеҙ!
Юлбаҫарҙар Айбулаттың отҡорлоғона һоҡланып көлөшкән. Уның хөрмәтенә табын ҡороп, яҡшы итеп һыйлаған.
Шунан ололап оҙатып ебәргәндәр, ти, тапҡыр Айбулатты.
2006 йыл
|
|
Гүзәл Кәрим (
talk) 16:11, 15 April 2013 (UTC)Гүзәл Кәрим