Jump to content

Таныпҡа йән өрә Ҡайынлыҡ

From Wikisource
Таныпҡа йән өрә Ҡайынлыҡ
автор Ансар Нуретдинов
Ижад итеү ваҡыты: 2015. Нәшер ителгән: 2015. Сығанаҡ: Ансар Нуретдинов. Таныпҡа йән өрә Ҡайынлыҡ // «Башҡортостан» гәзите, 2015, 28 август.


Таныпҡа йән өрә Ҡайынлыҡ

Гәрәй ырыуы башҡорттары төйәк иткән Яңы Ҡайынлыҡ – райондағы иң ҙур, төҙөк һәм күркәм ауылдарҙың береһе. Советтар Союзы Геройы Шәриф Сөләймәновтың һәм төрлө тармаҡтағы тырыш хеҙмәте менән ҙур ихтирам ҡаҙанған, маҡтаулы исемдәр, баһалар алған бихисап арҙаҡлы шәхестең тыуған ере булыуы менән дә билдәле ул.

Тарих биттәренән

[edit]

Районда йәшәгән башҡорттарҙың күпселек өлөшөн гәрәйҙәр тәшкил итә. Уларҙың аҫаба ерҙәре – Ағиҙел йылғаһының түбәнге яғында. Күренекле ғалим Әнүәр Әсфәндиәров «Башҡортостан ауылдары тарихы» тигән китабында билдәләгәнсә, XVIII быуат урталарында был биләмәлә Ҡайын-Гәрәй (Ҡангәрәй) исемле ауыл урынлашҡан була. 1795 йылдағы рәсми ҡағыҙҙарҙа ул Ҡайынлыҡ атамаһы менән бирелгән, бындағы 22 йорт-хужалыҡта 133 кеше йәшәгәнлеге теркәлгән. Артабан халыҡ һаны бермә-бер арта. Әйтәйек, 1859 йылда бындағы 103 хужалыҡта 293 ир-ат һәм 303 ҡатын-ҡыҙ көн иткәне хаҡында мәғлүмәт бар.

Ауылдың аҫаба башҡорттары XIX быуаттың икенсе яртыһында Яңы Ҡайынлыҡҡа нигеҙ һала. Һыуы бер ҡайҙа ла аҡмағанға күрә, «Үле Танып» тип аталған йылға буйын һайлай улар. Архив мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, ауыл 1905 йылда волость үҙәге була. Ундағы 154 йортта 879 аҫаба халыҡ вәкиле ғүмер итә. 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны Рәхмәтулла Фәйзулла улы Сабаков атлы есаулдың йәшәгәне тураһында мәғлүмәт тә бар. Ул 10-сы башҡорт полкы сафында француз ғәскәрҙәренә ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Был хаҡта «Башҡорт ырыуҙары тарихы»” серияһының «Гәрәй» исемле икенсе томында тарихсы Салауат Хәмиҙуллин да телгә ала.

Бәләкәй Ватанын һис ҡасан онотмай

[edit]

Яңы Ҡайынлыҡтың Советтар Союзы Геройы Шәриф Сөләймәновтың тыуған төйәге икәне үрҙә әйтелгәйне. Кем һуң был ир-уҙаман?

Шәриф Сөләймән улы Сөләймәнов 1920 йылдың 13 октябрендә донъяға килә. Ете йыллыҡ мәктәптән һуң Өфөлә финанс техникумын тамамлай һәм Саҡмағош райо­нында эш башлай. 1938 йылда хәрби хеҙмәткә алына, унда командирҙар әҙерләү курсын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә. 1942 йылда ВКП(б) сафына ҡабул ителә. Белоруссия фронты составындағы 65-се армияның артиллерия батареяһы командиры була. Хәрби архив документтарынан күрене­үенсә, капитан Шәриф Сөләймәнов Гомель өлкәһенең Короватичи ауылы өсөн барған ҡаты алышта тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтә.

Рәсәй Оборона министрлығының «1941 – 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында халыҡ батырлығы» тигән электрон документтар базаһында Яңы Ҡайынлыҡ егетенең ҡаһарманлығы хаҡында шундай юлдар бар: «...Сөләймәнов батареяһы Короватичи ауылында 18 ноябрҙә ҡурғау тота. Ауылды алыу һәм Речица менән Калинковичи ҡалаларын тоташтырған мөһим коммуникацияларҙы ҡулға төшөрөү маҡсатында немецтар был көндө беҙҙең ғәскәрҙәргә ҡаршы һөжүм башлай. Сөләймәнов дошманды туранан-тура утҡа тота һәм уларға алға барырға мөмкинлек бирмәй.

19 ноябрҙә немецтар бер-бер артлы һигеҙ тапҡыр танк һөжүме ойоштора. Уларға ҡаршы тороусы төп көс Сөләймәнов батареяһы була. Ҡамау башланғас, капитан һуғышсыларҙы ҡаршылыҡты дауам итергә, дошманды үткәрмәҫкә саҡыра. Артиллерия туптары немец танктарын утҡа тотоуын дауам итә. Ҡаты бәрелеш көнө буйы бара һәм батареяның тулы еңеүе менән тамамлана. Алыш барышында биш танк, үҙйөрөшлө “Фердинанд” пушкаһы, дошмандың ротанан ашыу һалдаты һәм офицеры юҡ ителә. Сөләймәнов, ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ күрһәтеп, яуға шәхсән етәкселек итә...»

Был батырлығы өсөн батарея командиры капитан Шәриф Сөләймәнов 1943 йылдың 24 декабрендә Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Һуғыш тамамланғас, ул майор дәрәжәһендә тыныс хеҙмәткә ҡайта.

Аҙаҡ Шәриф Сөләймән улы СССР Финанс министрлығының Юғары финанс курс­тарын һәм Бөтә союз юридик институтын тамамлай. Уҙған быуаттың 50 – 60-сы йылдарында совет органдарында яуап­лы вазифалар башҡара: Дүртөйлө район Советының башҡарма комитеты рәйесе, КПСС-тың Кушнаренко район комитетында беренсе секретарь була. Унан ҡасандыр хеҙмәт юлын башлаған Саҡмағош районында етәксе бурыстарын башҡара. Ә 1971 – 1988 йылдарҙа ул – республиканың финанс министры. Был яуаплы эштәрҙе башҡарғанда бер нисә тапҡыр БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ҡул ҡаушырып ултырмай Герой: 1994 йылдың 12 февраленә – баҡыйлыҡҡа күскәнгә – тиклем Башҡортостандың Балалар фонды рәйесе йөгөн тарта. Намыҫлы хеҙмәте өсөн бихисап юғары наградаға лайыҡ була.

Ниндәй генә яуаплы вазифа башҡармаһын, үҙ төйәгенең тоғро улы бәләкәй Ватанын онотмай. Мөмкинлек булғанда, туғандары, яҡташтары янына ҡайтып йөрөй, уларға хәленән килгәнсә ярҙам итә.

Яңы Ҡайынлыҡ халҡы ла арҙаҡлы улын һәр саҡ ҙурланы, хөрмәтләне. Герой иҫән саҡта уҡ уның ата-әсәһе нигеҙендә йорт-музей һалынды. Шәриф Сөләймән улы был бинаның алдына аҡ шыршылар ултыртты, ҡиммәтле экспонаттар, шул иҫәптән бронзанан яһалған бюсын бүләк итте. 2002 йылда – Яңы Ҡайынлыҡта, 2005 йылда район үҙәге Николо-Березовкала батыр яугиргә һәйкәл ҡуйылды.

«Етәкселеккә рәхмәт еткерегеҙ!»

[edit]

Үҙенсәлекле яҙмышлы кешеләр менән ҡыҙыҡһыныуыма яуап итеп, бында тәү сиратта Нәһәҙиә Ғәбдрәүеф ҡыҙы Ғәбдрәүефованың исемен атанылар. «Ауылыбыҙҙа иң өлкәне ул. Ике ай элек 91 йәшен тултырҙы», – тип ғорурлыҡ менән өҫтәп ҡуйҙылар.

Әбей ҙур булмаған йортонда ейәне ҡарамағында көн күрә. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бик теремек үҙе. Насарыраҡ ишетһә лә, хәтере ифрат яҡшы. Балалыҡ, йәшлек йылдарын барланы, ауыр һуғыш осорондағы михнәттәрҙе бәйән итте ул.

– Ғаиләлә унынсы, төпсөк бала инем, – тип хәтер йомғағын һүтте инәй. – Еңел тормош эләкмәне. Уҡырға тура килмәне, ике класс ҡына тамамланым. Йәшләй малсылыҡта эшләнем, ат ҡараным. Күберәк ирҙәр хеҙмәтен башҡарырға тура килде, бигерәк тә һуғыш осоронда. Ауылдағы мәшәҡәттәрҙән тыш, Кама йылғаһы яғына урман киҫергә йөрөнөм, утын ташыным. Ни ҡушһалар, шуны үтәнем инде, бер ҡасан да ҡаршылашып торманым...

Тыл һалдаты артабан урындағы хужалыҡтың янғын һүндереүсеһе булған, бер үк ваҡытта ырҙын табағындағы автоүлсәгесте хеҙмәтләндергән. Был хаҡта бик тәьҫирләнеп һөйләне ул. Айырым кемгәлер төбәмәйенсә, һуҡранып та алды:

– Заманында берҙән-бер ҡул мото­помпаһы менән дә янғынға ҡаршы торҙоҡ. Хәҙер иһә ҡеүәтле машиналары булып та ут һүндерә алмайҙар...

Шулай ҙа Нәһәҙиә инәйҙең үткәнгә лә, бөгөнгә лә һис үпкәһе юҡ.

– Наҙан булғас, коммунисҡа алманылар, шулай ҙа элеккене маҡтайым, – ти ул, ярым шаяртып. – Барлыҡ халыҡ дөйөм хеҙмәткә теләп йөрөнө, хәҙер иһә ҡайһы берҙәр эшләргә ҡурҡа, хатта ашарға иренә... Өлкән быуын вәкиленең был фекерендә ниндәйҙер дәрәжәлә хаҡлыҡ барҙыр ул.

Нәһәҙиә инәй ауыл урамына асфальт йәйгән, өйҙәргә газ индергән өсөн төрлө кимәлдәге етәкселеккә бер-бер артлы рәхмәт әйтте. Хатта ҡулланыу ваҡыты сығыу сәбәпле электр селтәрен алмаштырыуҙарын да хәтергә төшөрҙө.

– Пенсиям килеп тора, миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй, бик һәйбәт йәшәйем, – тип яҡшы теләктәр менән оҙатып ҡалды ул.

Хушлашырға ишек алдына сыҡты. Ҡулды ныҡ итеп ҡыҫып, бер нисә тапҡыр яңынан ҡабатланы:

– Барлыҡ етәкселәргә, хөкүмәткә, тәү сиратта ил башлығы Путинға ҙур рәхмәтлебеҙ. Ошо хаҡта мотлаҡ яҙырһығыҙ!

Йылы һүҙҙәрең үҙеңә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын, тыл һалдаты!

Өләсәһенең әйткәндәрен тотоп

[edit]

Франс ағай Сәрүәров менән ике тиҫтә йылдан ашыу танышмын. СССР-ҙың нефть сәнәғәте алдынғыһы, РСФСР Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы – оҙаҡ ваҡыт хеҙмәт иткән тармағында ла, Нефтекама ҡалаһында ла билдәле шәхес. Ир-уҙаман тыуған ауылы Яңы Ҡайынлыҡта күркәм мәсет һалдырҙы, хажға барып ҡайтты.

– Совет осоро балалары булһаҡ та, беҙҙең быуын вәкилдәре өсөн дин бөтөнләй ятҡа әйләнмәне, – ти Франс Сәләх улы. – Диндар өләсәйемдең Исламдың тик яҡшылыҡҡа әйҙәүе хаҡында һөйләгәндәрен әле лә хәтерләйем. Изге орлоҡ шытым биргәндер инде: 52 йәшемдә дин юлына баҫтым, ураҙа тота башланым.

2007 йылда ҡатыным Нурия менән машинала ауыр юл фажиғәһенә тарыныҡ. Ғәйеплеләр үҙҙәре һәләк булды, беҙ иһә сағыштырмаса еңел йәрәхәттәр менән ҡотолдоҡ. Быға, әл-хәмдү лил-ләһ, дин юлында булыуым ярҙам иткәндер. Байтаҡ уйланып йөрөгәндән һуң, ҙурыраҡ һәм изгерәк ғәмәл ҡылырға кәрәк, тип һығымта яһаным. Һөҙөмтәлә тыуған ауылымда иман йорто төҙөргә ҡарар иттем. Мәсеткә 2009 йылдың майында нигеҙ һалғайныҡ, төҙөлөштө икенсе йәйгә уңышлы атҡарып сыҡтыҡ. Миңә 65 йәш тулған мәлдә асылды иман йорто. Туғандар менән кәңәшләшеп, уға «Гөл-Нурия» тигән исем бирҙек. Ғибәҙәтхана бына биш йыл инде ауылға күркәмлек өҫтәп, халыҡты иманға саҡырып ултыра. Йома намаҙына унда ҡайтабыҙ.

Франс Сәләх улы төҙөлөштөң, йортто йыһазландырыуҙың барлыҡ сығымдарын үҙ иңенә алған, мәсетте һаман да хәстәрлектән өҙмәй. Эште ойоштороуҙа күрһәткән ярҙамы өсөн ҡатыны яғынан туғаны Ҡәниф Раяновҡа ҙур рәхмәтле ул.

«Ынйы», «Йәдкәр», «Аҫылйәр»...

[edit]

1999 йылда асылған 300 урынлыҡ ауыл мәҙәниәт йорто тышҡы күренеше, торошо менән генә түгел, көндәлек эштәре менән дә күптәргә өлгө булырлыҡ. Уға өс тиҫтә йыл етәкселек иткән Рәлинә Мөхәсимованың «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем йөрөтөүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй.

Мәҙәни усаҡ гәрәй башҡорттарының бай рухи ижадын, йыр-моңдарын, бейеүҙәрен, милли йолаларын өйрәнеү һәм тергеҙеү, уларҙы халыҡ араһында таратыу, үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барған үҙәк булып тора. Урындағы моделле китапхана хеҙмәткәрҙәренең дә был йүнәлештәге тырышлығы маҡтауға лайыҡ.

– Халҡыбыҙҙың быуындан быуынға күсеп килгән мәҙәни мираҫын белгән өлкән йәштәгеләр күҙгә күренеп һирәгәйә, – тип уй-фекере менән уртаҡлашты Рәлинә Риф ҡыҙы. – Улар иҫән саҡта тейешле мәғлүмәтте йыйып өлгөрөргә тырышабыҙ.

Был эштең нигеҙен гәрәйҙәр төбәгенә хас уйындар, бәйет, мөнәжәт, таҡмаҡ һәм йыр-көй кеүек ауыҙ-тел ижадының үҙенсәлекле ынйылары тәшкил итә. Яңы Ҡайынлыҡта һәр һабантуйҙы, башҡа байрамдарҙы йолаға тап килтереп, зауыҡ менән йыһазландырылған башҡорт тирмәһе биҙәй. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, үҙешмәкәр артистар бай йөкмәткеле тамашалар ойошторһа, ҡул эшенә маһирҙар милли аш-һыу әҙерләй, халыҡ кәсептәре әйберҙәренән күргәҙмәләр ойоштора. «Ҡарға бутҡаһы», «Кәкүк сәйе», «Кис ултырыу», «Аулаҡ өй», «Науруз», «Ҡаҙ өмәһе» һәм башҡа байрамдарҙы уҙғарыу тәжрибәһен өйрәнергә райондың башҡа ауылдарынан да киләләр. Әйткәндәй, бында үткән балалар һабантуйы тураһында гәзитебеҙҙең «Тубырсыҡ» махсус битендә мәҡәлә донъя күрҙе.

– Ауылыбыҙҙың мәҙәни йолаларын өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса «Аҫылйәр» фольклор коллективы киң эш алып бара, – ти мәҙәниәт йорто етәксеһе. – Төркөмдөң иң бәләкәй ағзаһына дүрт йәш булһа, иң өлкәненә – 85. Маҡтап бөтә алмайбыҙ үҙҙәрен!

Эйе, Яңы Ҡайынлыҡтың ижади коллективтарына һоҡланмау мөмкин түгел. Мәҫәлән, балалар төркөмдәренең икәүһе «өлгөлө» исемен йөрөтә. Бихисап конкурста еңеү яулаған «Ынйы» ансамбле (етәксеһе – Рәлинә Мөхәсимова) тамашасы күңелен төрлө халыҡ бейеүҙәре менән арбай. Репертуарында гәрәйҙәр йәшәгән төбәккә хас милли көйҙәр өҫтөнлөк иткән «Йәдкәр» ҡурайсылар төркөмө лә (етәксеһе – Айрат Ҡарасов) ҙур уңыштары айҡанлы һөйөндөрөп тора. Шулай уҡ «Ҡайынҡай» йыр ансамбле, эстрада һәм театр студиялары, төрлө түңәрәктәр әүҙем эшләй бында.

Оҫта ҡулда бәрәкәт бар

[edit]

Яңы Ҡайынлыҡ мәктәбе Советтар Союзы Геройы Шәриф Сөләймәнов исемен йөрөтә. Бының айырыуса ҙур яуаплылыҡ йөкмәткәнен уҡытыусылар ҙа, балалар ҙа яҡшы аңлай. Шуға ла уларҙың төп маҡсаты – бер яҡтан да һынатмау. Ысынлап та, мәктәп күп күрһәткестәр буйынса районда алдынғылар рәтендә килә. Яңы уҡыу йылына әҙерлек эше лә махсус комиссия тарафынан яҡшы баһаланған.

Мәктәптә төрлө фән буйынса ойошторолған түңәрәктәр уңышлы эшләй. «Шаян буяуҙар» тип исемләнгәнендә (етәксеһе – Валентина Васильева) уҡыусылар таҡтаға һүрәт төшөрә. Ошо түңәрәктә шөғөлләнгән уҡыу алдынғылары Әлиә Сабитова менән Нәзилә Сафиуллинаны мәктәптә тап иттем. Улар остаздары менән бергә мәғариф буйынса район кәңәшмәһендә ойоштороласаҡ күргәҙмәгә ҡуйыу өсөн иң яҡшы ҡул эштәрен һайлай ине.

Технология уҡытыусыһы Илсур Ғәлимйәнов етәкселегендә ағастан һырлап, семәрләп, төрлө әйбер яһаған егеттәр сараға ебәреләсәк ижад өлгөләрен әҙерләп тә ҡуйған икән. Артур Хафизов, Салауат Сафиуллин, ағалы-энеле Искәндәр менән Ильяс Яҡуповтар был түңәрәктә күңел биреп шөғөлләнеүе хаҡында ихлас бәйән итте.

– Һәр ир-егет балта, сүкеш тота белергә тейеш. Һис шикһеҙ, өйрәнгән шөғөлөбөҙ тормошта кәрәк буласаҡ, – тине улар бер тауыштан.

Ни әйтәһең инде – дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ.

  • * *

Яҙманың Яңы Ҡайынлыҡҡа бағышланыуы һис тә осраҡлы булманы. Бөйөк Еңеүҙең данлы юбилейын билдәләгән йылда райондағы берҙән-бер Советтар Союзы Геройының тыуған төйәге, ауылдаштарының бөгөнгө хәле менән ҡыҙыҡһынмау килешмәҫ ине. Икенсенән, һуңғы йылдарҙа милли үҙаңы һиҙелерлек күтәрелгән милләттәштәребеҙгә иғтибарҙы кәметергә хаҡыбыҙ юҡ.

Ысынлап та, нисек йәшәй һуң Яңы Ҡайынлыҡ? Яҡшы, тип әйтер инем. Урамдары ҡараулы, төҙөк һәм заманса биҙәлгән йорттарҙың ихатаһына тиклем асфальт һалынған. Күп ерҙәрҙән айырмалы, газ үткәргестең ер аҫтынан үтеүе, һөҙөмтәлә торбаларҙың «күҙгә төртөп» тормауы ла – матур күренеш. «Геройҙың тыуған төйәге шулай булырға тейештер ул» тигән фекер күңелдә ныҡлы урын алды. Был йәһәттән ауыл һәм район хакимиәттәренең тырышлығын билдәләргә кәрәк. Әйткәндәй, Яңы Ҡайынлыҡ халҡы төбәккә күп йылдар етәкселек итеп, хәҙер хаҡлы ялға сыҡҡан Мәхмүтйән Иҙрисовты ҙур хөрмәт менән телгә ала. Ғөмүмән, Гәрәй ырыуы вәкилдәре менән аралашыу ауылдың төп байлығы уның алсаҡ һәм ихлас халҡы икәнлегенә ышандырҙы.

Ансар Нуретдинов.

Краснокама районы.


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.