Jump to content

Тамсы шатлығы(шиғыр). Муса Ғәли

From Wikisource
Тамсы шатлығы (Шиғыр)
автор Муса Ғәли
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Тамсы шатлығы


Тулы тамсы нурҙа сағылып
Ялтыраны.
— Ай-һай, йығылып төшәм бит,— тип
Ҡалтыранды.
— Ҡурҡаҡ булғас, бейеккә һин
Ниңә ҡундың?
Таммаҫ булғас, тамсы булып
Ниңә тыуҙың?!—
Шулай тине уға шыршы,
Ҡайын, талдар.
Ел дә уның ҡурҡаҡлығын
Һиҙеп ҡалған.
Еүеш ботаҡтарға шул ел
Килде ҡунды.
— Ха! Ха!— тип ул тамсыны
Өрҙө ҡуйҙы.
Тамсы ҡолап, башы менән
Ҡарҙы тишкән.
Хатта күҙен асмай торған,
Яҙып иҫтән.
Баш күтәреп баҡһа бер көн,
Күрә тамсы:
Шаулы тулҡын ялдарында
Елә тамсы.
Эй шатлана: «Ярай ҡолап
Төшкәнмен,- ти,—
Тамсынан бит диңгеҙ булып
Үҫкәнмен»,— ти.
 


1996 йыл