Jump to content

Талымһыҙ Талипов

From Wikisource
Талымһыҙ Талипов
автор Ансар Нуретдинов
Ижад итеү ваҡыты: 2013. Нәшер ителгән: 2013. Сығанаҡ: Ансар Нуретдинов. Талымһыҙ Талипов // «Башҡортостан» гәзите, 2013, 27 сентябрь


Талымһыҙ Талипов

[edit]

Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары уртаһында илдә башланған иҡтисади көрсөк Нефтекама автомобиль заводы кеүек бығаса гөрләп эшләгән оло предприятиеларҙы ла урап үтмәне. Етештереү күләме һәм хеҙмәт хаҡы кәмене, штатты ҡыҫҡартыу башланды. Ҡайһы берәүҙәр, аҡсалы эш эҙләп, Себер яҡтарына юлланды, кемдәрҙер магазин-баҙарҙарға китте. Коллективта башлыса һөнәрен яратҡандар, тормошон үҙ заводынан башҡа күҙ алдына килтермәгәндәр ҡалды. Уларҙа ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуға ышаныс та көслөрәк булғандыр. Бындайҙар араһында иретеп йәбештереү аппараттарын көйләүсе Дәлиф Талипов та бар ине.

Күңеленә хуш килгән эшен “Нефаз”да тапҡан, хеҙмәттәштәренең ихтирамына һәм хөрмәтенә лайыҡ ир-уҙаман быйылғы һөнәри байрамын Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе булып ҡаршылай. Бер ай элек, Нефтекаманың юбилейын билдәләгәндә, оло сәхнәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙе тапшырҙы уға маҡтаулы исем бирелеү тураһындағы танытманы.

Ауылда тыуып, бала саҡтан төрлө эшкә өйрәнеп, ҡушылғанды намыҫ менән башҡарыу кәрәклеге хаҡында атай-әсәй һүҙҙәрен аңына һеңдереп үҫкән кеше өсөн дан-шөһрәт, ғәҙәттә, икенсе планда була. Шулай ҙа тырышлығыңдың ваҡытында һәм лайыҡлы баһаланыуы, әлбиттә, күңелгә һары май булып ята. Тантана барышында һәм унан һуң да ихлас ҡотлауҙар ҡабул иткәндә, бергә эшләүселәрҙән, туған-тыумасанан, таныш-белештән йылы һүҙҙәр ишеткәндә, Дәлиф Нәзиф улы, хәтерләүҙәргә бирелеп, тормош юлын бер нисә тапҡыр байҡап сыҡты...

Яңауыл районының Ахтиял ауылында буй еткерҙе. Урта белемде, һигеҙ саҡрымға йәйәү йөрөп, Яңауылдың 1-се мәктәбендә алды. Механизатор булып эш башлап, һуңынан тракторсылар бригадаһы етәксеһе, колхоздың инженеры вазифаларына үрләгән атаһы Нәзиф ағайға, күп йылдар хужалыҡта иҫәпсе, келәт мөдире булған әсәһе Суфия апайға оҡшаптыр инде, Дәлиф ауыл мәктәбендә лә, район үҙәгендә уҡығанда ла гел күҙ уңында булды. Әллә ни көс һалып тырышманы ла кеүек, шулай ҙа тиҫтерҙәренән ҡалышманы ғына түгел, яҡшы өлгәшеп, алдынғылар рәтенән төшмәне. Йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаны, комсомол ойошмаһы секретары итеп һайланды. Был ВЛКСМ-дың алтынсы орден менән бүләкләнеп, бөтөн ил йәштәренең һәр төр яңылыҡ башында торған, халыҡ хужалығының күп мөһим объекттары, удар комсомол төҙөлөштәре тип иғлан ителеп, уларҙа ысын мәғәнәһендә көсөргәнешле эш һәм ялҡынлы тормош ҡайнаған уҙған быуаттың 60-сы йылдары аҙағы — 70-се йылдары башы ине.

Ошондай төҙөлөш Яңауыл районында ла башланғайны. 1968 йылда Ҡарман ГРЭС-ының беренсе блогы сафҡа индерелеп, һәр йыл һайын уға тағы ла берәү өҫтәлә барҙы. Бындай шарттарҙа йәшлек романтикаһы менән янып йөрөгән әүҙем йәмәғәтсе нисек замандан артта ҡалһын инде?! 1971 йылда урта белем алыу тураһындағы таныҡлығын ҡулына тотҡан Дәлиф Өфө энергетика техникумына юл алды. Ә тағы ла дүрт йылдан йәштәр етәксеһе булып үҙен танытҡан, студент төҙөлөш отрядтары составында электр линиялары һуҙып, тәжрибә туплап өлгөргән егеткә дипломындағы “дүртле” һәм “бишле” билдәләре өсөн ул ваҡыттағы мәжбүри юллама түгел, ә эшкә ирекле урынлашыу хоҡуғы бирелә. Алдынғы йәш белгесте удар комсомол төҙөлөштәре менән бар илгә шаулаған Көнбайыш Себер, ундағы Сорғот ҡалаһы үҙенә саҡыра. Был яҡтарҙа ун өс йылдан ашыу эшләп, монтажсы Талипов Самотлор нефть ятҡылыҡтарына 500 киловатлы электр линиялары һуҙа, “йөҙөүсе” кранда өлкән электрик вазифаһында Обь йылғаһы буйлап Нижневартовск ҡалаһындағы тәүге электр станцияһы төҙөлөшөнә төрлө йөк ташыуҙа ҡатнаша. Бер ерҙә лә һынатмай. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел – ул комсомол етәксеһе бит!

— Юғары вольтлы линияларҙы Обь йылғаһы аша үткәргәндә һәр береһенең ауырлығы — 360 тонна, бейеклеге 144 метр булған бағана-терәүҙәр ҡуйырға тура килде, — тип хәтерләй ул саҡтарҙы Дәлиф Нәзиф улы. – Һыу өҫтөнән 40 метр бейеклектә аҫылынып торған электр линияһының ике терәү араһы 1200 метр булды... Халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғырын аҙ ғына үҙгәртеп әйткәндә,

Күп илдәрҙе, күп ерҙәрҙе күрҙем,

Ғашиҡ итте мине һыуыҡ яҡ.

Ләкин ҡайҙа ғына йөрөһәм дә,

Саҡырып торҙо мине тыуған яҡ.

Шуға ла, ҡатын менән кәңәшләшкәндән һуң, балаларҙың алдағы яҙмышын уйлап, Башҡортостаныбыҙға ҡайтырға булдыҡ. Төпләнергә Нефтекаманы һайланыҡ. Был 1987 йыл ине.

Ул саҡтарҙа йылына 40 меңгә тиклем “КамАЗ” үҙбушатҡысын сығарған, вахта автобустарын эшләргә ныҡлап тотонған Нефтекама автомобиль заводы ярайһы уҡ тәжрибәһе булған, баҫҡан ерендә ут уйнатҡан олпат ир-егетте бик теләп машина эшләүселәр сафына ҡабул итә. Иретеп йәбештереү аппараттарын көйләүсе булып китә Дәлиф Талипов. Артабанғы сирек быуаттан ашыу ғүмерен шул һөнәргә арнай, күп бүләктәргә, маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була, заводтың ветераны исемен ала. “НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса директоры Рәшит Дәүләтов ваҡытында үҙе етәкләгән цехта эшләгән Дәлиф Нәзиф улын предприятиеның ғорурлығы тип атап, уны коллективтың нигеҙен тәшкил итеүселәр рәтенә, заводтың “алтын фонды”на индерә.

— Эшкә бирелгәнлеге тураһында әйтеү ҙә кәрәкмәй. Ә бына 26 йыл эсендә ни бары бер тапҡыр “больничный” алыуы иғтибарға лайыҡ. Һигеҙ меңлек коллективта ундайҙар бигүк күп түгел, — ти етәксе. – Быға тағы ла Дәлиф Талиповтың СССР-ҙың, РСФСР-ҙың һәм яңы дәүерҙә Рәсәй Федерацияһының почетлы доноры исеменә лайыҡ икәнлеген өҫтәһәң, уның ысын мәғәнәлә ғәжәйеп кеше булыуы күренә.

Үрҙә әйтелгәнсә, машина эшләүселәрҙең дә көндәлек хеҙмәте яйлы ғына барманы. “НефАЗ” йәмғиәтенең ике быуат киҫешкән осорҙағы көрсөктө еңеп сығыуында Дәлиф Нәзиф улы кеүек тырыш һәм үҙ-үҙен аямай көс һалыусыларҙың өлөшө ҙур.

Бында бер миҫал килтереү урынлы булыр. Ауырлыҡтарҙан арынып һәм аҙыраҡ тын алып эш башлаған заводта үҙбушатҡыс кузовтарын иретеп йәбештергән аппараттарҙың етешмәүе асыҡланды. Етәкселек тәҡдиме менән иҫке ҡорамалдарҙы төҙәтеп ҡарауға Дәлиф Талипов тәүгеләрҙән булып тотондо. Бар белемен һәм тәжрибәһен егеп, хеҙмәттәше Рәил Ғәзизов менән аппараттарҙың электроник өлөшөн йүнәтеүҙе уңышлы башҡарып сыҡты.

Һуңынан улар цехтағы бар ҡорамалдарҙы яңыртып, үҙҙәренсә яһаны. Аҙағыраҡ Фирҙәүис Солтанов һәм Ғәбит Мөниров менән берлектә Дәлиф Нәзиф улы 10-дан 50 миллиметрға тиклем ҡалынлыҡта һәм өс метр оҙонлоҡта булған тимерҙе тура киҫеү өсөн дүрт ҙур автоматик бысаҡ-ҡырҡҡыс ҡорҙо. Быға тиклем ҡул көсө менән башҡарылған эштә хеҙмәт етештереүсәнлегенең бер нисә тиҫтә тапҡырға күтәрелеүе үҙе үк алынған файҙа тураһында асыҡ һөйләй. Ул ғына ла түгел, был ҡорамалдар бөгөн дә эшләй, йәғни ун биш йылдан ашыу ышаныслы хеҙмәт итә. Белгестәр әйтеүенсә, заводҡа һуңғы йылдарҙа алынған Германия фирмаһы киҫкестәренән Дәлиф Нәзиф улы ҡатнашлығында эшләнгәндәр бер ҙә ҡалышмай, хатта ҡулланылышта ябайлығы, ҡатмарлы электроникаһы юҡлығы менән уларҙан өҫтөнөрәк тә. Үҙ эшенең оҫтаһы өсөн был да юғары баһа бит!

...Нефтекаманан Ахтиялға — алтмыш саҡрым. Утыҙ йылдан ашыу типографияла эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан хәләл ефете Зөмәрә Фәрит ҡыҙы менән ял һайын Дәлиф ағай атай-әсәй нигеҙенә ашыға. Яратҡан шөғөлө көтә унда. Үҙе лә бал ҡортондай тырыш ир-уҙаман ике тиҫтә йыл инде бар туғандарын хуш еҫле бал менән һөйөндөрә.


Ансар Нуретдинов.


Нефтекама ҡалаһы.


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.