Jump to content

Табылған ынйылар(әкиәт). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Табылған ынйылар ( әкиәт )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Табылған ынйылар


 1
Тимерйән исемле малай тураһында ишеткәнегеҙ бармы икән һеҙҙең? Ул ҡуйы урман ҡуйынында һыйынып ултырған ауылда йәшәгән. Йәйен уны һандуғас, тәҙрә төбөндәге муйылға ҡунып, һайрап уятҡан. Ҡышын тәҙрә башындағы күгәрсен, гөлдөр-гөлдөр килеп: «Тор, Тимерйән, ҡояш сыҡты бит инде», — тиер булған.
Йәй көндәрен Тимерйән, карауатынан һикереп тороп, яҡындағы Көмөшкүлгә йыуынырға йүгерә икән. Ул һуҡмаҡтан атлағанда, аллы-гөллө сәскәләр, ҡояштай йылмайып, башын эйеп ҡалған. Сәскә кеүек күбәләктәр уны тирәләп осҡан. Ә һандуғас:
— Тимерйән дуҫ! һиңә һайрап ишеттерер өсөн мин алыҫ көньяҡта матур көйҙәр өйрәндем. Тыңла, минең моңом һине гел яҡшылыҡҡа өйрәтер, — тип ҡабатлаған, ти.
Көмөшкүлдә Тимерйән, был тирәләге берҙән- бер Аҡҡош менән уйнап, һыу ингән. Ғорур булған был Аҡҡош, һылыу булған. Ҡояшта сағылған аҡ ҡар кеүек, ҡанаттары ем-ем килеп торған, сөнки саф ынйы икән улар. Көмөшкүлдәге Аҡҡош, өҫтәүенә, тылсымлы ҡош булған: башҡа ҡоштар кеүек, көҙөн көньяҡҡа осоп китмәгән, күл төбөндә ҡышлаған.
Ауылды бәлә-ҡазанан ҡурсып торған Аҡҡош. Ҡоролоҡ килгәндә, күлдән һыу уртлап, күккә күтәрелеп, ҡурылып ултырған баҫыуҙарға бөркһә, иген йәм-йәшел булып баш ҡалҡытҡан. Ғәрәсәт ҡупҡанда, ауылды һаҡлап, ҡойонға, йәшенгә ҡаршы Аҡҡош ҡанаттарын йәйгән. Шуға күрә, Аҡҡош — беҙҙең ер ҡото, тигән аҡһаҡалдар.
Тимерйән һәр көн иртән ана шул Аҡҡош менән уйнаған да инде.
2
Йәмле йәй көндәренең береһендә Тимерйән, ҡулына тырыз алып, урманға еләккә киткән. Сәскә-үләне билдән булған аҡланға килеп еткән. Унда турғай башы ҙурлығындағы ҡып-ҡыҙыл еләктәр күҙҙең яуын алып ята, ти, алһыу-күк мәтрүшкә сәскәһе тирә-яҡҡа хуш еҫ сәсә, ти.
Тырызын тултырған да Тимерйән яҡында ғына һикерешеп уйнап йөрөгән айыу балаларын еләк менән һыйлаған. Тегеләр, туйып, ҡырын төшөп, аҡланда йоҡларға ятҡан.
— Икенсе килгәндә, мин һеҙҙе бал менән һыйлармын әле, — тигән Тимерйән, бәләкәс айыуҙарҙың ҡыуаныуына күңеле күтәрелеп.
Улар хырылдап киткәс, ҡояшта ҡыҙынып тәне иҙрәгән Тимерйәнде лә йоҡо баҫҡан. Уянып китеп күҙҙәрен асһа, баш осонда тимер кеше тора, ти. Тимерйән, күҙҙәрен бер асып, бер йомоп, тегегә аптырап, ҡуҙғалырға ла ҡурҡып ятҡан. Тирә-яғына ҡараштырғылаған, айыу балалары ла күренмәй, ти.
Тимер кеше, Тимерйәндең уяныуын абайлап, туҫтаҡтай күҙҙәрен аҡайтып, хырылдаҡ тауыш менән:
— Тор, ҡулдарыңды күтәр, — тигән. — Мин — Ҡарундар планетаһынан килгән Суҡмар. Беҙҙең батшабыҙ, бына нисә йылдар инде, йыһандағы планеталарҙы телескоп аша күҙәтеп, иң бай урынды эҙләй. Донъяла Ерҙән дә байыраҡ планета юҡ. «Аҡҡоштоң ынйылары ғына ни тора!» — ти беҙҙең хөрмәтле батшабыҙ. Шуның өсөн бында килеп сыҡтым да инде.
Тимерйәндең ҡаушауын күреп, Суҡмар уның һайын шашып киткән:
— Йә, йәнеңме, малыңмы, ҡустыҡай? Йәнең, тигәнем шул: әгәр ҙә мәгәр Аҡҡош ҡанатындағы бөтә ынйыны минең ҡулға тоттормаһаң, үҙеңде Ҡарундар планетаһына алып китәм. Беҙгә һинең кеүек малайҙар бик кәрәк: бына минең тимер тәнемде таҙартып, майлап торһаң да ярай. — Тимерйән, ни эшләргә белмәйенсә, аҙап ҡалған. Ата-әсәһен ташлап, әллә ҡайҙағы, күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән планетаға киткеһе килмәгән шул уның.
Тимерйән, тегене төп башына ултыртмаҡсы булып:
— Теләгеңде үтәрмен, үтәрмен, һин мине ошонда көтөп тор, — тип ҡуҙғалырға иткән. Үҙе эстән генә: «Күҙ генә яҙлыҡтырайым һинән, Аҡҡошҡа йүгереп барһам, мине ҡотҡарып ҡалыр әле», — тип уйлаған. Уның уйын һиҙгән кеүек, Суҡмар башындағы ҡалпағының төймәһенә баҫҡан да, сиңерткә ҙурлығында ғына ҡалып, Тимерйәндең елкәһенә менеп ултырған:
— Теләгемде үтәмәйенсә, минән ҡотола алмайһың.
Еләк менән тулы кәрзинен тотоп, Тимерйән ҡайтырға сыҡҡан. Суҡмар, уның елкәһендә ултырған килеш, тырыздан еләк үрелеп алып, рәхәтләнеп һыйланып бара, ти.
З
Өйҙәренә ҡайтып, хәсрәтен ата-әсәһенә әйтәйем, тиһә, Суҡмар, башҡаларҙың күҙенә күренмәйенсә, Тимерйәндең күлдәк аҫтынан бөтәһен дә белеп торған. Етмәһә, көлөп йыр йырлап килә, ти:
Киттек Аҡҡош күленә,
Хи-хи-хи, Тимерйән,
Тыңламай ғына ҡара —
Кәрәккәйеңде бирәм...
Тимерйәндең аяҡтары үҙенән-үҙе Аҡҡош күле яғына атлаған. Аҡҡош — донъялағы иң аҡыллы ҡош, ынйыларын барыбер бирмәҫ, мин ҡурҡыныс тураһында әйтеү менән, әмәлен табыр, тип уйлаған.
...һап-һары томбойоҡтар күҙҙәрен асҡан. Улар уртаһында, төштән һуңғы еләҫ елдә рәхәтләнеп, Аҡҡош серем итә, ти. Тулҡындар һалмаҡ ҡына ярға ҡаға.
Тимерйәндең аяҡ тауышын танып, Аҡҡош күҙҙәрен асҡан. Ҡанаттарын елпеп алған да:
— Улым, кил бында, икәүләп йөҙәйек, — тигән.
Ҡанат ҡаҡҡанда, ынйылары, ҡояш нурҙарында сағылып, йәйғор төҫтәрендә балҡып-балҡып киткән. Суҡмар, Аҡҡошто күргәс:
— Йә, тиҙерәк бар инде! — тип, Тимерйәндең ҡолағын семеткән. Малай ҡысҡырмаһын тип уның ауыҙын кәнфит менән ҡаплап ҡуйған:
Тимерйән, ҡурҡыныс тураһында иҫкәртәйем тип, Аҡҡош эргәһенә йөҙөп китер-китмәҫтән, Суҡмар башындағы ҡалпағының төймәһенә баҫып, яңынан элекке ҡиәфәтенә ҡайтҡан да, Аҡҡошто тимер ҡулдары менән тотоп, ике ҡанатынан да ынйыларҙы һыпырып алған һәм күҙ асып йомған арала юҡ булған. Аҡҡоштоң ҡанаттарында ынйылар емелдәмәгәс, көн эңер мәлендәге кеүек, ҡараңғылы-яҡтылы булып киткән.
Ҡурҡыуҙан дер ҡалтырап өйҙәренә ҡайтып кергәс, Тимерйән үҙе тимер малайға әйләнгән дә ҡуйған. Ата-әсәһе был хәлгә эй аптыраған, эй аптыраған. «Улыбыҙ тимер кеүек ныҡ булһын өсөн Тимерйән тигән исем ҡушҡайныҡ, ул үҙе тимергә әйләнде», — тип зар илашҡан.
Тимерйән инде хәҙер үҙенең ни өсөн ошо көнгә төшкәнен аңлатырлыҡ хәлдә булмаған, теле кешесә бер өн дә сығара алмаған. Ата-әсәһе менән ул бары ым менән генә аңлашҡан.
4
Көн артынан көн үткән. Ауылда тормош ауырайғандан-ауырайған. Ағастар ҡороған, йылғалар, шишмәләр кипкән, сөнки Аҡҡоштоң бер бөртөк тә тылсымлы ынйыһы ҡалмаған.
Элек ҡош-ҡорто, кейектәре мыжғып торған урмандарҙа ҡыуан елдәр уйнаған, йәнлектәр, ҡоштар, был яҡтарҙы ташлап, алыҫ-алыҫҡа юл алған. Ҡоролоҡ башланған.
Тимерйәндең ата-әсәһе: «Ҡайтарһа, улыбыҙҙы элекке хәленә Аҡҡош ҡына ҡайтарыр», — тигән дә күл буйына киткән.
Баҡһалар, Аҡҡоштоң үҙенең дә хәле ауыр икән. Күлгә ҡойған шишмәләр кипкәс, ундағы һыу тонсоп, Аҡҡош саҡ-саҡ тын ала, ти.
— Әй Тимерйән, һинең дә минең яныма килер көнөң бар икән, — тигән ул, үпкәләп. — Үҙеңде лә, ереңде лә бәхетһеҙ иттең. Хәҙер бәхетебеҙҙе кире ҡайтар!
— Беҙ ҙә шуның өсөн килдек, — тигән Тимерйәндең ата-әсәһе. — Ғәзиз Аҡҡош, әйтсе, нисек итеп тормошобоҙға нур ҡайтарайыҡ?
— Бөтәбеҙҙе лә бары Тимерйән ҡотҡара ала, — тигән Аҡҡош, ауыр һулап. — Ул үҙ ҡулдары менән ағас ултыртһын...
Был һүҙҙәрҙе ишетеп торған Тимерйән шунда уҡ, тимер ҡулдары менән ер соҡоп, ағас ултыртҡан, уның төбөнә күлдән һыу килтереп ҡойған. Ағас япраҡтары йәшәреп китеү менән, көн саҡ ҡына яҡтырғандай иткән. Тимерйәндең бер ҡул бармағы, яҙылып, элекке хәленә ҡайтҡан.
Тимерйән, Аҡҡоштоң һүҙенән сыҡмайынса, йылдар буйы ағас ултыртҡан, ер һөргән, иген сәскән, сәскәләр үҫтергән. Яйлап-яйлап ҡына тыуған ергә яңынан ҡот ҡайтҡан: шишмәләр селтер-селтер йырҙарын һуҙған, үләндәр йәшәргән, ҡоштар сутылдашҡан.
Аҡҡоштоң ҡанатында ынйылар әүәлгесә емелдәшһә лә, Суҡмар Тимерйәндең күңеленә тынғылыҡ бирмәгән. Ул ауыр уйҙарынан өндәшмәҫ, йомоҡ малайға әйләнгән.
Шулай бер көндө Тимерйән күл буйына килгән дә яр башында моңайып ҡына ултыра икән. Аҡҡош уға:
— Ниндәй хәсрәтең бар, улым? — тип өндәшкән.
— Теге ынйыларҙы нисек кире алырға, тип баш ватам, — тигән дә Тимерйән, үҙенең хыялын Аҡҡошҡа һөйләп биргән. — Мин, ҙур үҫкәс, астронавт буласаҡмын, Ҡарундар планетаһына осоп, һинең ынйыларыңды алып ҡайтасаҡмын. Күрерһең бына!
— Ышанам, улым, ышанам! — тигән Аҡҡош. Ул ҡанаттарын ҡаҡҡанда, ынйылары йәйғор төҫтәренә инеп емелдәгән, ти.

 


2009 йыл