Сәғәт. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Сәғәт



Сәғәт гел алға бара тип
Тыныс ҡына йөрөһәм,
Бөгәсә, иҫте китәреп,
Уғы китте кирегә!
Электроника һаташҡас,
Ваҡыт та һаташмаҫмы,
Ашмай ҡалған хыялдарым
Тормошҡа, тим, ашмаҫмы?
Бәлки йәшәреп китермен,
Табылыр юғалтҡаным,
Бәлки, әйтелмәйсә ҡалыр
Яңылыш һүҙ ҡатҡаным.
Мине онтаған автобус,
Бәлки, ҡалыр әйләнмәй,
Бәлки, яуыз ниәтлеләр
Ҡалыр бик үк бәйләнмәй.
Ярҙамым теймәй ҡалғанға
Ярҙам итә алырмын,
Их, йәшлек ҡәҙерен белеп
Гөрләп йәшәп ҡалырмын!
Терелһә, тим, яҡындарым -
Әсәм-атам терелһә...
Күпме шатлыҡ килер ине
Ваҡыт китһә кирегә!
Тик шатлыҡтар менән бергә
Ҡайтыр бит ул аһ-зарым,
Ҡабатланыр юғалтыуҙар,
Күрәсәгем, яҙғаным.
Һөйөнөсө - көйөнөсө
Ҡәҙерле - бөгөн барым!
Юҡ, сәғәттәр һаташһа ла
Һаташмаһын йылдарым...


2014