0%

Сәскә-сәғәттәр(хикәйә). Тамара Ғәниева

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Сәскә-сәғәттәр ( хикәйә )
автор Тамара Ғәниева
.Нәшер ителгән: 1993 йыл. Сығанаҡ: "Ҡондоҙ ҡойроғо ".-Өфө"Китап ",1993 йыл


Сәскә-сәғәттәр


 
 Һеҙ сәскә яратаһығыҙмы? Яратаһығыҙ, әлбиттә. Әллә ниндәй ҡөҙрәткә эйә бит ул сәскәләр. Һөйгәндәренә, туғандарына, дуҫтарына сәскә бүләк иткәндә, кешеләрҙең йөҙҙәре нурлана, күңелдәрендә изгелек тамырлана. Өшөгәндәрҙе йылытып, төйөлгән ҡаштарҙы яҙылдырып ебәрә улар. Йәй көнө ялан-болондар,хатта шау асфальттан ғына кейенгән кеүек ҡала урамдары сәскәгә төрөнгәндә, һулыштар иркенәйеп, йәндәр иреп китә.
Сәскәләр ерҙе бынан йөҙ егерме биш миллион йыл элек төйәккә һайлаған, тиҙәр. Ул саҡта улар һирәк осрай. Ун биш миллион йыл үткәс кенә, тотош донъяны яулап ала. Һәм шуныһы: берәмләп түгел, өйкөм-өйкөм, ғаилә-ғаилә булып яңы ерҙәргә күсенеүҙе, шунда тамырланып үрсеүҙе хуп күрә сәскәләр. Күмәк булғас, бер-береңә таяныс булаһың ул. Йәшәү шарттарына яраҡлашыу ҙа еңелерәк.
Сәскәләр хаҡында әкиәттәр, легендалар, йырҙар сығарыла. Һылыу ҡыҙҙарға сәскә исеме бирелә: Миләүшә, Сөмбөл, Рауза, Ынйы, Гөлсәсәк, Гөлнур, Гөлназ, Нәркәс... Әйткәндәй, легендала әйтелеүенсә, Нәркәс исеме тәүҙә ирҙәрҙеке була. Бер хан, тип әйтелә унда, улына бик яратып Нәркәс исеме ҡуша. Шул тиклем һылыу егет булып үҫә Нәркәс, уға һоҡланмаған кеше, ғашиҡ булмаған һылыу булмай. Атлап йөрөүҙәре, күҙ ҡараштары байтаҡтарҙы уйға һала һәм әсир итә. Гел, матурһың да матурһың, тигәнде ишеткән егет йыш ҡына үҙе лә көҙгөгә күҙ һалыусан булып китә. Бер ҡарай, ике ҡарай... Һәм үҙ-үҙенә ғашиҡ була был. Үҙен яратыуҙан шул тиклем һағышлана, шул тиклем һыҙлана, үҙ- үҙен күрмәй торһа, тәрән ҡайғыға һабыша. Хандың ғаиләһе йәй көнө йәйләүгә сыға. Билдәле инде, йәйләүҙә ниндәй көҙгө булһын? Үҙен күрмәүҙән алйыр сиккә еткән егет көндәрҙең береһендә, һулып, болон сәскәһенә әүерелә. Улын әҙләргә сыҡҡан әсәһе, уны күҙҙәренән танып, гөл һауытына күсерә. Хәҙер ул өй гөлө булып тәҙрәләрҙе биҙәй.
Астра сәскәһенең икенсе исеме нисек, беләһегеҙме? Йондоҙ-сәскә, тиҙәр уны. Имештер, Ер тирәләй йөҙөп йөрөүсе бер йондоҙ, ергә эйелеп нимәнелер иғтибарлап ҡарайым тигәндә генә, бер ярсығы кителеп төшә лә китә. Был ярсыҡ тупраҡҡа тамырлана һәм, күккә өҙөлөп баға торғас, йондоҙ кеүек кенә сәскәгә әүерелә.
Боронғо римляндарҙа ла сәскәгә бәйле ҡыҙыҡлы тарих бар. Бүтәндәрҙе күҙәтеп, кеше һүҙенә ҡыҫылып йөрөгән бер кеше көтмәгәндә ала миләүшә (анюта күҙҙәре, тип тә әйтәләр) сәскәһе була ла ҡуя.
Сәскәләр, сәскәләр, сәскәләр... Уларҙың күбеһенең исемдәрен дә белеп бөтөрлөк түгел. Буяуҙары күҙҙең яуын ала. Алһыуҙары, күктәре, ҡыҙылдары, аҡтары, зәңгәрҙәре, һоролары, һарылары, сирень төҫөндәгеләр һәм тағы ла әллә ниндәй, әллә ниндәй тел менән аңлата алмаҫлыҡ төҫтәгеләре бар. Һоҡландырғандары, уйландырғандары, көлдөргәндәре, хатта илатҡандары була.
Сәскәләрҙең тағы ла бер изгелекле, кешегә хеҙмәт итә торған сифаты һирәк иҫкә төшә. Улар ваҡытты күрһәтә. Таң атҡанда, тажын асып, эңерҙә көн менән хушлашып йомарланғандарын һеҙ беләһегеҙ инде. Ә бит сәскәләр, тәүлек әйләнәһенә бер-бер артлы асылып йә йомолоп, теп-теүәл ваҡытты иҫкәртә. Әллә бер-береһе менән килешеп ҡуямы икән былар, тип аптырағаным бар. Һуң, бер үк тупраҡта, бер үк ҡояш аҫтында көн күр ҙә төрлө-төрлө ғәҙәтле булсы әле!
Беҙ йәшәгән Башҡортостан тупрағында, мәҫәлән, нәҙек кенә һабаҡлы һары төҫтәге болон сәскәһе үҫә. Кәзә һаҡалы, тип йөрөтәләр.Ана шул сәскә иртәнге дүрттә күҙҙәрен аса. Уның артынса, күп тә үтмәй, ялбыр керпектәрен елгә елберләтеп, мәк сәскәһе уяна. Билсән тигән үләнде беләһегеҙ бит әле? Ул да сәскә ата. Көнгә тура ҡарар ваҡыты — иртәнге алты. Ошо уҡ ваҡытта кирелә-кирелә бәпембә уяна, етендең зәңгәр күҙҙәре болонға диңгеҙ төҫөн индерә. Яйлап ҡына, ирәйеп кенә картуф баҡсаһы йәнләнә. Аҡһыл-сирень картуф сәскәләре — үҙе бер матурлыҡ сығанағы. Ә етелә һуң? Ете сәғәт еткәнен иҫкәртмәҫме икән ни сәскәләр? Болонға ҡып- ҡыҙыл ғына мәрйен һибелһә — сәғәт ете булыр. Ҡәнәфер уңған ваҡыт.
Ҡояш мөғжизәле нур-ҡулдары йылыһын өләшә- өләшә оло сәхнәгә, күк көмбәҙе түренә, әкрен генә тәгәрәй. Бөтә тереклек йә шатланып, йә теләр-теләмәҫ кенә көн битенә баға, һәм һеҙҙең өй янындағы баҡсала үҫкән пәйғәмбәр тырнағы ҡояшҡа күҙ ҡыҫа биреп ҡарап тора ла ирәйеп китеп, уның күктәге сәйәхәтен күҙәтергә то-тона. Сәғәтме? Сәғәт — туғыҙ. Күл, тыныс йылғалар өҫтөнә аҡ мәрмәргә йә һары балауыҙға оҡшаған ғорур томбойоҡтар һибелә.
Ә төнөн? Төнөн нисек һуң, тиерһегеҙ. Ҡояш дәрәжәле генә үҙ бурысын үтәп, офоҡтоң иң ситенә генә баҫа ла, Ерҙең был яғына һынап ҡарап тора һәм, хушлашып, икенсе ярымшарға юллана. Шуны ғына көтөп торған тәмәке сәскәһе уяна һәм тән һиленә хуш еҫтәр һибергә тотона. Төнгө миләүшә иһә унан ҡалышмаҫҡа тырыша.
Сәскәләр күп инде ул. Холоҡтары ла төрлө-төрлө. Бер сәскәне, мәҫәлән «төн батшаһы» тип атайҙар. Ысы-нында иһә, ул — кактус. Төндөң ҡап уртаһы, ун ике сәғәт еткәс, таждарын аса.
Тәбиғәт — ғәжәп серле организм. Уның иҫәпһеҙ- һанһыҙ мөғжизәләрен аса-аса, кеше донъяны өйрәнә. Һәм шуныһын күңелегеҙгә һеңдереп ҡуйығыҙ: кеше, тәбиғәт, йондоҙҙар, ер, тотош йыһан бер-береһенә кәрәк булғанға, бер-береһенә ярҙам итеү мохтажынан яратылған. Теле булмаған, йәш түгеп илай белмәгән өсөн тәбиғәткә ҡул күтәреү — мәрхәмәтһеҙлек һәм гонаһтың иң ҙуры. Ана бит, сәскәләр илендә генә лә күпме мөғжизә, тылсым, өйрәнер серҙәр һәм изгелек бар. Өй янында тере сәғәт тотайым, тиһәгеҙ, рәхим итегеҙ, мин һанап биргәндәрҙе генә түтәлгә сәсһәгеҙ ҙә, оторһоғоҙ. Ә мин белмәгәндәре? Оһо-һо-һо!.. Улары, әлбиттә, бихисап. Уларының холҡон өйрәнеүҙе һеҙгә тапшырам.
Мөлдөрәп кенә күҙегеҙгә ҡараусы, күңелдәрегеҙгә матурлыҡ яғыусы, һеҙгә һоҡланып һәм ышанып бағыусы ал, ҡыҙыл, зәңгәр... сәскәләрҙе, моғайын, дуҫығыҙ һәм ярҙамсыларығыҙ итерһегеҙ һеҙ бынан кире.


1993 йыл