100%

Сәскәле кишер. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Сәскәле кишер
автор Гүзәл Ситдиҡова
Ижад итеү ваҡыты: 2009-2013 йылдар. Нәшер ителгән: 16.06.10. Сығанаҡ: Машина ниңә "дүрт-дүрт", ти? - Өфө,Китап, 2010 • Хикәйә


Бер көн өйҙән ихатаға сыҡҡас, Асман үләндәрҙең, сәскәләрҙең аҡһылланып киткәнен күрҙе. Нәҡ мейестә бешкән алмаға һирпелгән шәкәр кеүек.

-Өләсәй, кем уларға шәкәр һирпкән? - тип һораны малай.

- Көҙ, - тип йылмайҙы өләсәһе. - Тик был шәкәр түгел, ә ҡырау. Үҫемлектәр һыуыҡтан өшөгән. Хәҙер сәскәләр һулый инде.

- Ә сәскә нисек һулый?

- Ҡарая, матурлығын юғалта.

Иртәгәһенә, ысынлап та, сәскәләр йәмһеҙләнгәйне. Тик бер йондоҙ сәскә генә нисектер өшөмәгән, балҡып ултыра. Малай уға һоҡланып ҡарап торҙо ла, өҙҙө лә алды.

Шул саҡ өләсәһе лә өйҙән килеп сыҡты. Малайҙың ҡулындағы сәскәне күреп:

- Ниңә йолҡтоң, балам? - тип һораны

Асман башта ҡаушап ҡалды, шунан уйлап сығара башланы:

- Уны динозавр йолҡҡан.

- Һуң, беҙҙә динозавр юҡ бит.

- Ә-ә, уны ҡуян йолҡҡан, кишер тип уйлап, яңылыш.

Өләсәһе бик аптыраны. Шунан:

- Һин ул ҡуянға әйт, йәме - кишер былайтып сәскә атмай. Әйҙә, түтәлен күрһәтәм.

Ысынлап та, кишер ҡырауға ла бирешмәгән, йәм-йәшел булып ултыра. Сәскәһе лә юҡ.

- Ярай, өләсәй, күрһәтермен, - тине малай. - Кишерҙе ошонан өҙөп алһын.

Өләсәһе көлөп ҡуйҙы.

Улар түтәлдән кишер йолҡоп алды. Әй тәмле булды, Асман рәхәтләнеп кертелдәтте генә!

...Ә йондоҙ сәскәне вазаға ултырттылар.

- Йәйҙе оҙонайтайыҡ әле, - тине өләсәһе.