I
Өләсәйҙәрҙең Шишмә ауылы менән беҙҙең Ҡарғалы ауылы араһы өс кенә саҡрым. Әле бына әсәй менән Шишмәгә ҡунаҡҡа китеп барабыҙ.
— Көҙҙөң аҫыл биҙәктәрен ҡарай-ҡарай ғына атлайыҡ әле, Айгөл, — ти әсәйем. — Алтын көҙҙөң саф һауаһын һулап ҡалайыҡ.
Әсәйем дөрөҫ әйтәлер, моғайын. Мин дә бик яратам көҙҙө.
Ҡояш түбән генә төшкән дә беҙгә йылмайып ҡарай. Йылы нурҙары менән минең сәстәремде һөйә ул.
— Ана, тауҙарға күҙ һал әле, ҡыҙым!
— Әй-й-й, ниндәй матур! Бер тау йәшел, икенсеһе һары, өсөнсөһө ҡыҙыл.
— Йәп-йәшел тауҙа — шыршы, ҡарағай, ҡыҙылында — уҫаҡ, һарыһында — ҡайын, төрлө биҙәклеһендә йүкә, муйыл ағастары үҫә...
II
Беҙ шулай, тауҙарға ҡарай-ҡарай, баҫыу юлынан атлайбыҙ. Ҡыр буп-буш булып ҡалған. Унда-бында ғына һалам эҫкерттәре ултыра. Тирә- йүн тып-тын. Тик бер саҡ баш өҫтөнән әллә ниндәй һағышлы моң һыҙылып китте:
— Тор-ройҡ! Тор-ройҡ!..
— Торналар! Эй, аҫыл ҡошҡайҙар!
— Хуш, һау булығыҙ! Иҫән-һау ғына барып етегеҙ ҙә йылы яҡ илдәренән имен-аман ғына әйләнеп ҡайтығыҙ!
— Бахырҡайҙарым! Бигерәк талыр инде ҡанатҡайҙары, — тип ҡуйҙым мин.
— Ҡайһылай матур итеп, мөйөш яһап оса улар. Иң алдан юл ярып барғаны үтә лә ҡыйыу, көслө, ғорур ҡоштор инде...
Торналар күҙҙән юғалғансы, ҡул болғап торҙоҡ та алға атланыҡ.
III
Юл беҙҙе урманға алып инде. Мин ҡапыл туҡтап ҡалдым: нимәлер шыптырлай. Үҙе күренмәй.
— Терпе! Арҡаһында ҡыҙыл алма, һары япраҡ...
— Ә ағас башында нимә ботаҡтан ботаҡҡа һикерә?
— Тейен! Ниндәй йылғыр үҙе, ниндәй етеҙ! Осоп йөрөй тиерһең...
Мин ул һикереп йөрөгән ағасҡа текләберәк ҡараным.
— Әсәй, тейен ниңә бәшмәктәрҙе шыршы ботаҡтарына элгән?
— Ул, ҡыҙым, ана шулай әҙерләнә ҡышҡылыҡҡа. Юҡһа, ерҙе ҡар ҡаплағас, ҡайҙан аҙыҡ тапһын.
— Бигерәк тә аҡыллы икән. Ә үҙе бәләкәй генә...
Көҙгө урман ниндәй матур! Ағастарҙан, күбәләктәргә оҡшап, төрлө төҫтәге япраҡтар оса. Улар ҡыйылып килеп аҫҡа төшә лә ер өҫтөнә келәм булып түшәлә. Хас та өләсәйемдең аҫалы балаҫы инде. Һары күлдәкле ағастар араһында ҡыҙыл суҡлы алҡалар таҡҡан балан, миләш балҡып ултыра. Ә япраҡтар атлаған һайын шаптыр-шоптор килә. Көҙ йыры булып ишетелә ул миңә. Шул йырҙы тыңлай-тыңлай, шым ғына атлап барам. Әсәйем:
— Көҙгө көн нурлы ла, моңһоу йырлы ла була шул, — ти.
IV
Бына өләсәйемдәрҙең ауылына ла килеп еттек. Ауыл осонда ғына түңәрәк күл ялтырап ята.
— Ана, ҡара әле күл өҫтөнә, ниндәй зәңгәр ул! — ти әсәйем.
Беҙ оҙаҡ ҡына баҫып торҙоҡ күл буйында. Уның һыуы шундай тоноҡ, көмөштәй балыҡтарҙың һикереп уйнағандары ла күренеп тора.
Яр ситендәге ҡамыштар, бөҙрә талдар сағыла унда. Талғын күл өҫтөн ел дүңгәләкләтеп ебәргән саҡта, ваҡ ҡына тулҡындар йылҡылдап китә.
— Әйҙә, ҡыҙым, өләсәйең көтөп торалыр. Ҡайтышлай ҙа туйғансы ҡарап китербеҙ әле.
V
Урамға килеп индек. Алма, балан, ҡауын, ҡарбуз еҫе аңҡып тора өләсәйемдең ауылында.
— Бына ниндәй татлы ул көҙгө еҫ!
Ҡыйыҡтарға ҡып-ҡыҙыл балан баулап элгәндәр. Лапаҫ баштарында таҡта-таҡта ҡаҡ кибә. Аҙбар арттарында ҡабаҡтар тәгәрәп ята. Һабаҡтарында, шыбыр-шыбыр килеп, орлоҡ бешергән мәктәр тирбәлә. Картуф баҡсаларында ниндәй күңелле! Ололар, бәләкәйҙәр — бөтәһе лә шунда ҡайнаша. Ана, бер-ике малай тапап тупраҡты тигеҙләй. Ҡыҙыҡайҙар шул таҡыр ергә аҡ шалҡандай эре картуфты килтереп түгә лә таратып ҡуя. Картуфтарҙың биҙрәгә сыңлап төшөүе лә көҙ йыры бит ул.
Өй алдында ал, зәңгәр, көрән, ҡыҙыл сәскәләр янып ултыра.
— Был гөлдәрҙә лә, ҡыҙым, көҙ төҫө сағылған. Улар ҙа — көҙҙөң йәме. Башҡа гөлдәр һулып бөткәндә, улар гөрләп сәскә ата.
VI
Өләсәй беҙҙе урамға уҡ сығып көтөп торған икән. Ул ҡыуанып та, шелтәләп тә ҡаршыланы.
— Оҙаҡланығыҙ. Көҙгө көндөң бер ҡолас ҡына икәнен дә оноттоғоҙмо әллә? Әбейҙәр сыуағында көҙгө байлыҡты түкмәй- сәсмәй йыйып алырға кәрәк. Күптән көтөп ята үҙегеҙҙе картуф баҡсаһы.
Көҙгө көндөң ни өсөн бер генә ҡолас икәнлеге, әбейҙәр сыуағының нимә булыуы хаҡында һорарға тип ауыҙымды асҡайным, әллә нишләп икенсе бер нәмә хаҡында һораштым да ҡуйҙым.
— Нимә ул, өләсәй, көҙгө байлыҡ?
Өләсәйемдең йөҙө ҡапыл ҡояштай яҡтырып китте.
— Эй, бәпесем, күрмәйһеңме ни, ана бит баҡсала тәгәрәп ята көҙгө байлыҡ!
Мин оялыуымдан ҡыҙарып киттем дә тиҙ генә үҙем һанай башланым:
— Беләм инде — картуф, ҡабаҡ, кишер...
— Вәт, маладис, дөрөҫ әйтәһең. Көҙгө байлыҡ, балаҡай, ул ғына түгел әле. Ана, күрәһеңме, инәләренә тиңләшкән ҡаҙ, өйрәк бәпкәләрен. Колхозыбыҙҙың келәттәрен иген менән тултырҙыҡ быйыл. Ул — иң ҙур байлыҡ...
VII
Өләсәй менән әсәйем сәй урыны әҙерләй башланы. Ә мин һаналып бөтмәгән көҙгө байлыҡты тикшереп йөрөйөм. Улар солан тулып ултыра: төрлө-төрлө вареньелар, компоттар... Ә һуң мейестә бешеп ултырған балан бәлеше?! Ул да көҙгө байлыҡ бит!
Мин түҙмәнем, ҡыуанысымдан бер шиғырҙы иҫемә төшөрөп алдым:
Йылмайып тора күктә
Көндөҙ ҡояш, төндә — ай,
Шулай була алтын көҙ:
Үҙе матур, үҙе бай.
Келәттәр тулы ашлыҡ,
Өлгөргәндәр емештәр.
Бәпкәләр ҡаҙ булғандар,
Тауыҡ булған себештәр.