Сыйырсыҡтар мунса башындағы уйынсыҡ кеүек кенә ояға яҙ килеп урынлашҡайны. Иртәләрен сутылдашалар, төрлө тауыштар сығаралар, хатта ҡарға кеүек ҡарҡылдап та алалар.Баҡса моңға күмелде - бик күңелле булып китте.Барыһы ла ҡоштарға шат ине.
Ә бер саҡ өләсәһе тәҙрәнән ҡарап тора торғас, аһ итеп ҡалды:
-Олатаһы, ҡара әле, сыйырсыҡтар түтәлдән сөгөлдөр һабағы өҙөп алып йөрөй икән бит...
Барыһы ла тәҙрәгә ҡапланды. Сыйырсыҡ йәнә бер япраҡты өҙөп алды ла, алан-йолан ҡаранғас, тиҙ генә ҡошсоғо янына осоп менде. Тегеһе суҡышын ҙур асып көтөп ултыра ине инде, әсәһенең күстәнәсен эләктерә һалды ла эскә инеп юғалды.
- Әлдә йыш сәскәнмен, - тип көлдө өләсәһе. - Ярай, уға ла, беҙгә лә етер. Һирәкләйһе булмаҫ.
Баҡсала эш бик күп. Малай түтәлдәргә һыу һибешә, уташа, бәрәңгелә ҡорт күрһә, әйтә һала. Ҡояш яҡтыртып торған тыныс бер көндә ҡапыл ел сығып, ишек алдын гөжләтә башланы. Ҡайҙандыр пакеттар, ҡағыҙҙар осоп килеп төштө. Баҡсалағы слива, балан, муйыл, оҙонайып үҫкән сәскәләр ҙә ергә тиклем бөгөлдө хатта.
- Әйҙә тиҙерәк өйгә инәйек, - тип ҡабаландырҙы Асманды өләсәһе. - Юҡһа, үҙеңде лә аяҡтан йығыр был сыйырсыҡ дауылы.
- Сыйырсыҡ дауылы? - тип ғәжәпләнде малай. - Ә нимә була ул?
- Бына ошо көслө ел - дауыл тип атала. Ә ниңә сыйырсыҡтыҡы икәнен хәҙер күрерһең.
Өйгә ингәс, өләсәһе тәҙрәнән өй артындағы мунса башына ҡағылған ҡош ояһын күрһәтте. Хатта ул да сайҡалып тора ине.
- Сыйырсыҡтарыбыҙ беҙ ингәнсә балаһын осороп өлгөргәнгә оҡшаған, - тине ул. - Күренмәйҙәр инде.Улар ошондай дауыллы көндә ҡошсоҡтарын оянан төртөп төшөрә. Тегеләргә шулай яйлыраҡ, ергә ҡолап төшмәйҙәр, ә ел ыңғайына осоп китәләр.
Асмандың аҡыллы ҡоштарға иҫе китте.
- Хәҙер көҙгә тиклем беҙгә килмәҫтәр инде, - тип өҫтәне өләсәһе. - Йәй буйы улар урманда йәшәй ҙә, көнъяҡҡа осоп китер алдынан ғына ояларына кире ҡайтып алалар.
Малай һорау бирә һалды:
- Ә көньяҡ нимә була ул?
- Ҡыш булмай торған яҡ, унда һәр саҡ йылы, йәй кеүек, - тип аңлатты өләсәһе.- Ҡыш беҙҙә һалҡын бит, ҡоштар өшөй, туңа.
- Ә-ә-ә, сыйырсыҡтар ҡояшта ҡыҙынырға яраталар икән, - тип ҡуйҙы Асман. - Шуға ҡарайып бөткәндәр инде.