0%

Сыйырсыҡ(шиғыр). Рәми Ғарипов

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Сыйырсыҡ (шиғыр )
автор Рәми Ғарипов
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Сыйырсыҡ


 Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ!
 Ояңдан осоп сыҡ!
 Оҡшаһа был өйөң,
 Түгелһен моң-көйөң!..
 Ҡошсоғом сыҡты ла,
 Ҡанатын ҡаҡты ла,
 Һоҡланды ояға,
 Таң ҡалды донъяға.
 Ул һайрай мең телдә,
 Булғанға күп илдә.
 Дәртләнә, һөйөнә
 Ҡайтҡанға өйөнә.

 


1988 йыл