Jump to content

Сумдым! Башым менән сумдым эшкә... Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Сумдым! Башым менән сумдым эшкә... (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 03.09.2014.. Нәшер ителгән: 30.11.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән


* * *


Сумдым! Башым менән сумдым эшкә!
Шиғырҙарым, ғәфү итегеҙ!
Һеҙ ҙә мине ташлап киттегеҙ ҙә,
Күрәләтә етем иттегеҙ…

Ярға ырғытылған балыҡ кеүек,
Бәргеләнә йәнем эсемдә,
Шиғриәттән мәхрүм булдым бит һуң!
Шатлыҡ түгел хатта эшем дә…

Нишләйем һуң?! Эшкә баттым инде,
Эшләмәйсә, беләм, булмай шул…
Рухи аҙыҡ ҡына етмәй икән –
Ашамайса тамаҡ туймай шул!

Тик шулай ҙа беләм: һеҙҙең менән,
Шиғырҙарым, күптән сирле мин,
Халыҡ йоҡлағанда, эштән ҡасып,
Янығыҙға барыбер килермен!

Эй илаһи ижад минуттары!
Һәр шиғырҙа тыуам яңынан,
Яҙып, нөктә ҡуйып шатланам да,
Ижад мәлен ҡабат һағынам…