Jump to content

Статус. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource


Статус. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 15.03.2014. Нәшер ителгән: 01.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


Статус


Йәш саҡтағы дуҫым түрә булды.
Бик ҙур түгел, ләкин пост биләй.
Ошо көндән алып ул беҙҙеңсә
Былай түгел. Хәҙер – тегеләй.

Һаулыҡ биреү түгел, һаулыҡ алмай,
Боролоп та беҙгә ҡарамай…
Йәнәһе лә, уның статус башҡа,
Статус рөхсәт итмәй – ярамай!

Эй, бахыр йән!
               Берәү түрә булған…
Көлөр инем – килә илағым.
Түрә бит һин ваҡытлыса ғына!
Нимә эшләрһең һуң аҙағын?

Тере килеш бөгөн дуҫым үлде.
Үкенескә ҡаршы, был ысын.
Ҡасан өйрәнербеҙ баһаларға
Ысын кеше булыу статусын?!


15.03.2014