Азат халыҡтар емерелмәҫ союзын
Мәңгегә тупланы киң, бөйөк Русь иле.
Йәшә, халыҡтар теләге тыуҙырған
Ҡеүәтле һәм берҙәм Советтар Союзы!
Бул данлы һин, Ватан, киң ирекле Ватан,
Һин халыҡтар дуҫлығы нигеҙе!
Һин совет байрағы, бар халыҡ байрағы,
Еңеүҙәрҙән еңеүгә илт беҙҙе!
Дауыл арҡыры азатлыҡ балҡыны,
Бөйөк Ленин даһи яҡтыртты юл беҙгә.
Һәм Сталин илгә тоғро итеп үҫтерҙе,
Батырлыҡ, хеҙмәткә рух бирҙе ул беҙгә.
Бул данлы һин, Ватан, киң ирекле Ватан,
Һин халыҡтар бәхетенең нигеҙе!
Һин совет байрағы, бар халыҡ байрағы,
Еңеүҙәрҙән еңеүгә илт беҙҙе!
Беҙ армияны үҫтерҙек яуҙарҙа,
Һеперербеҙ юлдан яуыз илбаҫарҙы!
Яуҙа быуындар яҙмышын хәл итәбеҙ,
Илтәбеҙ данға беҙ бөйөк Ватанды.
Бул данлы һин, Ватан, киң ирекле Ватан,
Һин халыҡтар данының нигеҙе!
Һин совет байрағы, бар халыҡ байрағы,
Еңеүҙәрҙән еңеүгә илт беҙҙе!
|
Азат республикаларҙың ныҡ Союзын
Бергә мәңгегә Бөйөк Русь тупланы.
Йәшә, халыҡтар теләге тыуҙырған ил —
Берҙәм, ҡеүәтле Советтар Ватаны!
Ҡушымтаһы:
Дан һиңә, дан, Ватан, киң, ирекле Ватан,
Һин — халыҡтар дуҫлығы нигеҙе!
Ленинсы партия — бар халҡыбыҙ көсө,
Ул етәкләй коммунизмға беҙҙе!
Ирек ҡояшы балҡыны дауыл аша,
Һәм Ленин-даһи яҡтыртты юл беҙгә:
Ғәҙел көрәшкә күтәрзе халыҡтарҙы,
Хеҙмәт, еңеүгә рух бирҙе ул беҙгә!
Ҡушымтаһы
Бөйөк коммунизм эшенең еңеүендә
Илдең киләсәк көндәрен күрәбеҙ.
Данлы Ватандың ал байрағына мәңге
Тоғро булырга берҙәм ант бирәбеҙ!
Ҡушымтаһы
|