0%

Сит планета ҡарғаһы(әкиәт). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Сит планета ҡарғаһы ( әкиәт )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Сит планета ҡарғаһы


 Ҡарға балалары йомортҡанан яңы ғына моронлап сыҡҡайны һымаҡ. Инде көньяҡҡа китергә лә ваҡыттары етте. Ҡара әле һин уны, ҡайһы арала йәй үтеп китте лә, ҡайһы арала ҡошсоҡтар үҫеп етеп ҡанат нығытты.
Бөтәһе лә алыҫ юлға сәфәргә сығырға торғанда Бәрхәт исемле ҡарға малайы әсәһенә былай тип хәбәр һалды:
— Мин һеҙҙең менән китмәйем.
— Ни эшләп, улым? Ҡыш көнө Уралда һыуыҡ. Ҡар яуа. Әсе елдәр иҫә, тип һөйләй кешеләр. Туңып ҡуйырһың, йә.
— Ҡайғырма, әсәкәйем, өшөмәм.
— Ҡайғырмай буламы һуң инде. Ауыҙыңдан ел алһын, һине бында ташлап китмәйбеҙ.
— Ә мин бында ҡалмайым да ул...
— һине һис аңлай алмайым, балам.
— Аңламаҫһың да шул. Мин бит сит планета ҡарғаһы.
— Атаҡ-атаҡ, минең балам, минең Бәрхәт ҡайҙа булды икән һуң?
— Бәрхәтлеген Бәрхәт мин, әммә ләкин сит планетаның Бәрхәте... Мин шунда осам.
— һаташаһыңдыр, бәпесем.
Эй, бахырҡай инә ҡарға... Бәрхәт уға сит планета кешеләре тураһында телевизорҙан кинофильм ҡарағанын һөйләһә ни була инде? Әсәһен йәлләмәйҙер инде, күрәһең.
Иртәгеһен Бәрхәт ата-әсәһен дә, туғандарын да шаҡ ҡатырҙы. Ауыҙ асып ни әйтергә белмәй торҙолар бөтәһе лә. Бәрхәт ике ҡанатын да яртыһынан тиерлек киҫтереп алғайны.
— Ышанмаһағыҙ, бына ҡарағыҙ: мин һеҙгә оҡшамағанмын, — тине ул, маһайып. — Мин — сит планета ҡарғаһы.
— Туғандарыңдың башын бутама, — тип асыуланды атаһы. — Хәҙер үк юлға сығабыҙ!
Туғандары һамаҡларға кереште:
— Ҡанатһыҙ ҡарға,
        Йә, осоп ҡара!
Осайым тигәйне лә Бәрхәт, лап итеп ергә ултыра төштө. Киҫелгән ҡанат менән осоп буламы ни инде, шуны уйлаһа ни булған инде был Бәрхәткә?!
Ата-инәләре, туған-тыумасалары туп булып көньяҡҡа осоп китте. Бәрхәт уларҙың артынан аҡырып илап тороп ҡалды:
— Мин сит планета ҡарғаһы түгел, түгел... Мине лә үҙегеҙ менән бергә алығыҙ...
Бәрхәткә Уралдарҙа ҡыш сығырға тура килде. Урал исемле малай уны ҡыш буйы ашатып, эсереп торҙо.

 


2009 йыл