0%

Сир. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Сир (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 21.05.2014. Нәшер ителгән: 12.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


Сир


Тәмәкене күптәр еңел ташлай,
Эскесене була төҙәтеп,
Наркоманды ҡотҡарырға мөмкин,
Яман сирҙән була йүнәлтеп.

Тағы ла бер сир бар…
                    Тере килеш
Юғалтабыҙ унан кешене:
Йәндәй яҡын күргән дуҫ, туғанды,-
Юғалтабыҙ беҙҙең ишене.

…Үҙе генә хаҡлы, тик үҙенең
Уй-хистәрен ҡуйып үҙәккә,
Өҫтән ҡарап күрше-күләненә,
Дуҫ-ишенә,туған-терәккә,

Уйлап тормай ҡаты һүҙҙәр әйтеп,
Иң-иң яҡындарҙы рәнйетеп,
Ҡыйырһытып үҙен яратҡанды,
Бөтә тирә-яҡты кәмһетеп,

Бар донъянан үҙен өҫтөн ҡуйып,
Ҡарап тормай оло-кесене,
Тере килеш алып китеүсе сир –
Мин-минлелек уның исеме.


21.05.2014