Серле муйынсаҡ. Өсөнсө күренеш

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Template:Delite

Серле муйынсаҡ ( яңы йыл сценарийы )
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 2007 йыл. Нәшер ителгән: 2013 йыл. Сығанаҡ: Ҡәйепова, Л. З. Балапан: драмалар, сценарийҙар, поэмалар, хикәйәләр, тәржемәләр/Лилиә Һаҡмар. - Өфө: Китап, 2013. - 304 бит.(268-277-се биттәр) ISBN 978-5-295-05874-5


Өсөнсө күренеш

* * *


Шуҡбикә. Шәп иттек, эйеме? Әйҙә, инде матурланып ҡына ошо түмәргә менеп ултыр! (кеҫәһенән тараҡ, көҙгө ала)


Һорлан ултыра. Төлкө уға көҙгө тоттора ла үҙе йырлай-йырлай Һорландың йөнөн тарай.


Шуҡбикә.

Муйынсаҡты иң матурға,

Иң батырға бирәләр,

Ҡыш Бабай ҙа, Ҡарһылыу ҙа

Беҙгә бөгөн киләләр!

Ух, муйынсаҡты һиңә бирһәләрме, белер инем нимә эшләргә?! Иң тәүҙә Аҡтүш менән Мыр-мырҙы дошманлаштырыр инем. Шунан…


Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу күренә. Арттарынан Ҡояшбай килә.


Ҡыш Бабай. (Оло түмәр өҫтөндәге этте күреп) Һо-о-о, Аҡтүш, ҡайһылай өлгөрһөң! Юҡҡа ғына беҙҙең ярыштарҙа еңеп сыҡмағанһың икән!

Шуҡбикә. Һаумыһығыҙ, Ҡыш Бабай! Бек һеҙҙе әллә ҡасандан бирле көтәбеҙ! (Һорландың бөйөрөнә төртә) Һаулыҡ һораш!

Һорлан. Һау-һау! Привет! Ней, барығыҙға ла сәләм!

Ҡояшбай. Ҡо-ҡо-ҡоҡ! Был ни һаулыҡ һораша ла белмәй бит?!

Ҡарһылыу. Ҡаушағандыр ул! Әйҙә, Ҡояшбай, серле муйынсағыңды тапшыр ҙа ары китәйек! Беҙҙе бөгөн күп ерҙә көтәләр.

Шуҡбикә. Эйе, беҙ ҙә ашығабыҙ. Аҡтүште лә көтәләр. тиҙерәк бирегеҙ ҙә…

Ҡарһылыу. Ҡайҙа, Ҡояшбай, тапшыр муйынсаҡты!

Ҡояшбай. (теләр-теләмәҫ кенә) Был эт миңә бер ҙә оҡшамай. Беҙ яңылышманыҡмы?

Шуҡбикә. Юҡ, юҡ! Яңылышманығыҙ!

Ҡарһылыу. Әһә, әгәр ҙә һин ысын Аҡтүш икән, ҡайҙа мин ебәргән телеграмма? Йә!

Шуҡбикә. (ҡағыҙы сығарып) Бына. Алдамайбыҙ. Ҡарағыҙ!

Ҡарһылыу. Эйе, был мин ебәргән телеграмма. Нишләйбеҙ. Ваҡыт үтә бит!

Ҡояшбай. Йә, ярай, тапшырайыҡ! (муйынынан муйынсаҡ сисеп эткә кейҙерә).

Дүртенсе күренеш

CC SomeRightsReserved.png
Cc-by white.svgCc-sa white.svg


Heckert GNU white.svg
Vous avez la permission de copier, distribuer et/ou modifier ce document selon les termes de la Licence de documentation libre GNU, version 1.2 ou plus récente publiée par la [Free Software Foundation ; sans sections inaltérables, sans texte de première page de couverture et sans texte de dernière page de couverture.