Серле йөҙөк (әкиәт)

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Серле йөҙөк


Элек бер ҡарт менән әбей йәшәгән, уларҙың бер улы булған. Теге ҡарт көн дә бәләкәй сана менән юкә алып ҡайта. Сабата үрергә тотоналар. Ҡайырын һыҙыралар, сығарып ташлау юҡ. Үрәләр, үрәләр ҙә юкә өҫтөнә ятып йоҡлайҙар. Ҡайыр тәҙрәнең тупһаһына еткән, ти.

Сабатаны бабай баҙарға илтеп һата. Бер көндө бабай бахыр үлеп китә. Ҡарттың дүрт һум аҡсаһы ҡалған, бөтә байлығы шул икән.

Бер ваҡыт быларҙың ашарына бөттө, ти. Әбей улына бер тәңкә аҡса биреп:

– Баҙарға барып, он алып ҡайт, – ти.

Улы китә. Сәнәскәһен һөйрәп йөрөй, йөрөй, бер ҙә он баҙарына барып әйләнмәй ти, үҙе. Тегеләй ҙә үтә, былай ҙа үтә, тик йөрөй. Баҙар тарала башлай. Шул саҡ бер ҡарт эт етәкләп килә икән. Эт тигәс тә, бәләкәй генә көсөк, ти.

– Бабай, ҡайҙа алып бараһың был көсөктө? – тип һорай егет.

– Һатам, – ти бабай.

– Күпме тора?

– Әллә, күпме тип ни, яныңда күпме аҡсаң бар, бир ҙә ал! Егет, кеҫәһендәге бер тәңкәһен биреп, көсөктө алып ҡайтҡан. Ҡайтҡас, әсәһенә:

– Бына бер тәңкәгә эт алдым, – тигән.

– Һәләк иткәнһең икән, атайыңдан ҡалғас, асҡа үлермен инде! – тип зарланған әсәһе.

Икенсе баҙар етә. Әсәһе йәнә бер тәңкә аҡса биреп, улын баҙарға ебәрә. Улы он баҙарына барып та әйләнмәй, йөрөй ҙә йөрөй, йөрөй ҙә йөрөй. Бер ҡарт бесәй тотоп йөрөй икән шунда.

– Бесәйҙе ҡайҙа алып бараһың, бабай?

– Һатам.

– Күпме тора?

– Әллә, яныңда күпме аҡсаң бар, бир ҙә ал.

Егет, бер тәңкәһен биреп, бесәйҙе алды ла ҡайтты, ти. Әсәһе бахыр тағы илай. Тегеләй-былай, бейәләй бәйләп, ойоҡ бәйләп, тамаҡланалар былар.

Йәнә бер аҙна үтә. Әсәһе йәнә баҙарға ебәрҙе, ти, улын, бер тәңкә аҡса тоттороп.

– Улым, инде бер нәмәгә лә ҡарама, туп-тура он баҙарына бар ҙа он ал да ҡайт! – тигән.

Киткән улы. Элекке кәүек, йөрөй ҙә йөрөй, йөрөй ҙә йөрөй, ти, баҙарҙа. Берәү мылтыҡ тотоп тора икән. Мылтығы ярылып бөткән, ти.

– Бабай, һатаһыңмы?

– һатам алған кешегә.

– Күпме тора?

– Мин хаҡын һорамайым. Яныңда күпме аҡсаң бар, бир ҙә ал.Егет, бер тәңкәһен биреп, мылтыҡты алып ҡайтты, ти. Әсәһе он көтөп тора. Ашарға юҡ. Әсәһе, ярыҡ мылтыҡты күрҙе лә, илай башланы, ти. Эй илай, эй илай, ти.

– Ҡуй, әсәй, илама. Мин иртәгә һунарға китәм, – ти улы. Мылтығын арлы-бирле ҡаҙаҡлап, иртәгеһен ҡуянға сығып

китте, ти, был. Йөрөй торғас, бер ҡуянды атып алды, ти. Аяғы ергә теймәй ҡайтты, ти, был.

– Бына, әсәй, беҙгә дүрт көнгә етә был ҡуяп, ти.

Һөйөнөп киткән булды, ти, әсәһе. Бешереп ашанылар, ти. Иртәгеһен йәнә сығып китә улы һунарға саңғы менән. Бер ҡуянды атты, ти, бото һынып, китте, ти, теге. Ҡуянды юллап китә был. Юллап бара торғас, күреп ҡала: бер һыңар саңғылы кеше бының ҡуянын юллап ҡыуып бара. Бәй! Был ниндәй ғибрәт! Баҫтырып бара торғас, һыңар саңғылы теге ҡуянды тота, ти.

– Ниңә минең ҡуянды алдың? Бир!

– Үҙем баҫтырып алдым.

– Юҡ! Ҡуян минеке, бир!

– Ҡуй, талашмайыҡ, әйҙә бергә барып бешереп ашайыҡ. Китәләр былар. Бер тауға барып инеп китте, ти, был һыңар саңғылы. Инмәҫ борон егеткә әйтте, ти:

– Минең бик матур ҡәрендәштәрем бар, алдыңа килеп торорҙар, теймә уларға.

Инеп ултыралар, ҡыҙҙар йылмылдашып ҡына йөрөйҙәр. Бер ҡыҙ килеп, терәлеп кенә ултыра. Был егет төрткән дә ҡуйған тегенең бөйөрөнә. Төртөүе булды, ҡыҙ егетте быуҙы ла ташланы, ти.

– Әҙәм ҡағылды ла әҙәм ҡағылды, – тип ҡысҡыра икән үҙе.

Шунан араны яйланы, ти, теге һыңар саңғы менән йөрөгән егет. Һин дә мин һөйләшеп тик йөрөйҙәр хәҙер. Бер көн ята был, ике көн ята ашап-эсеп, өсөнсө көндө:

– Мин ҡайтайым инде, әсәйем дә мине юғалтып торор,– ти.

– Ярар, – тигән һыңар саңғылының атаһы, – бына һиңә көсөң еткәнсе аҡса бирәм, алып ҡайт, күпме күтәрһәң дә күтәр.

Теге алып ҡайтҡан егет:

– Һин аҡсаһын алма уның, бер йөҙөгө бар, йөҙөгөн һора.– ти икән шыбырҙап ҡына.

Егет бабайға:

– Юҡ, аҡсаң кәрәкмәй миңә, ҡулындағы йөҙөктө бир. Шунан ҡайтам, – ти.

– Юҡ, һиңә эләкмәй ул йөҙөк, ҡайҙа ул!

– Бирмәһәң, ҡайтмайым.

Аптырағас, биргән йөҙөктө. Теге егет быны оҙатып килгән.

– Кәрәк ааҡытта ошо йөҙөк аша әсе итеп һыҙғырт шунан һинең ҡаршыңа ен-шайтан килеп баҫыр. Ә һин нимә кәрәк , булһа, шуны һорарһың. – тигән.

Егет бер аҙ киткәс тә йөҙөктө һыҙғыртып ебәрҙе, ти. Дүрт шайтан килеп тә баҫҡан ҡаршыһына.

– Ни хәжәтең бар? – тиҙәр.

– Хәжәтем шул инде, бына әсәйемдең дә бер кейеме юҡ, үҙемдең дә кейемем юҡ. Кейем кәрәк ине, – ти егет.

– Ярар, әҙерәк кенә сабыр ит. Ятып тор, йоҡла, – тиҙәр уға.

Теге йоҡлай бер ағас төбөндә. Уянып китһә, ботаҡ тулы кейем килтереп элеп ҡуйғандар, ти. Көсө еткәнсе күтәреп киткән егет.

Ҡайтҡан был йөкмәнеп.

– Уй-й! Ҡайҙа йөрәнәң? Юлбаҫар булдыңмы? Кемде таланың? – тип әрләй икән әбей улын.

– Юҡ, юҡ, әсәй, берәүҙе лә таламаным. Күктән көткән ерҙән килде инде, – ти улы.

Йоҡларға яталар. Тән уртаһы еткән икән, улы тышҡа сығып, йөҙөгө аша һыҙгыра. Әлеге ендәр килеп төшәләр.

– Ни кәрәк?

– Ашарға бер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Он да юҡ, ит тә юҡ беҙҙең. Шулар кәрәк.

– Ярар, ярар, ятып тор.

Ята. Уянып китһә, бының үтә-һүтә күренеп торган алама ғына аласығы туп-тулы ашамлыҡ та эсемлек, ти. Ул тоҡ-тоҡ ондар, ул ите тулып ята, күгәрсен һөтө генә юҡ, ти. Әсәһе:

– Был ниндәй ғибрәт? Ай-һай, улым, ҡулың таҙамы икән!– ти.

– Таҙа, әсәй, таҙа, шикләнә күрмә, – ти улы.

Икмәк бешереп ташланы, ит бешерҙе, ти, әсәһе. Бына тотондолар, ти, ашарға. Көсөк тә туҡ, бесәй ҙә мырылдап йәбешкән, ти.

Ашап, туйып, йоҡларға яталар былар. Төндә егет, тышҡа сығып, балдағын һыҙғыртып ебәрҙе, ти, әлеге ендәр килеп төштө, ти.

– Ни кәрәк?

– Бына кирбестән йорт һалырға ине. Ике ҡатлы булһын. Һәйбәт булһын.

Иртәнсәк торһалар, әсәһе менән улы яңы өйҙә яталар. Эт тә шунда, бесәй ҙә шунда, ти. Ҡото осоп уянды, ти, әбей.

– Уй-й! Ни булды беҙгә, ни булды?

– Булмаған, бына шундай йорт һалдыҡ.

Хәҙер өйгә карауаттар кәрәк, тәҙрәләргә пәрҙәләр кәрәк. Уйлап ултыра егет, тағы нимәләр кәрәк икәнен уйлап бөтә. Кис була, йәнә һыҙгырын ебәрә. Уйлағаны алдына килгән: карауаты ла бар, пәрҙәләр ҙә ҡоролоп бөткән.

– Быныһы ла булды! Фәлән батша ҡыҙын алайым булмаһа, – ти егет.

Ендәрҙе саҡырып, егет:

– Бына ошонан фәлән батшаға хәтле тимерҙән күпер булһын,–ти

Иртән тороуға күпер һалынған. Егет, сукеш алып, тимерҙәргә шаҡ та шоҡ һуғып йөрөгән була, ти. Йәнәһе үҙе һалған. Шунан егет батшаға яусы ебәргән.

– Биреүен бирермен, шундай егет булгас. Тик туйға килерһегеҙ, фәлән ваҡытта, бер төҫ аттар менән, бер төр күсерҙәр менән. Утыҙ пар.

Төндә егет ендәргә бойороҡ биргән. Иртәгеһен уянып китһәләр, утыҙ пар бер төҫ ат егелгән, бер төҫлө кейенгән күсерҙәр дилбегәләрҙе тотоп ҡына ултыралар, ти. Туйға китәләр.

Батша һарайында шаулатып туй үткәрәләр. Хәҙер кейәү ҡунаҡҡа саҡыра.

– Ҡайтырға утыҙ пар бер төҫ ат булһын, – ти ул. Батша тегенән дә эҙләп ҡарай, бынан да эҙләп ҡарай, юҡ, таба алмай.

Кис була, егет һыҙғыртып ебәрә. Әлеге аттар килеп тә торҙо, ти. Шуларға ултырып ҡайтып киттеләр, ти, кейәү менән ҡыҙ. Донъя көтә башлайҙар. Килен ниҙер һиҙенә. Ә батша уны ҡоторта икән. Хәйерсе малайы ул, һиңә иш түгел, ти. Тылсымлы нәмәһен ҡулыңа төшөр ҙә үҙен ташлап кит, ти. Ҡыҙы ирен аңдый башлай. Аңдып йөрөй торгас, йөҙөктө эләктерҙе, ти. Һыҙғыртып ебәргән, әлеге ендәр килеп тә төшкән.

– Ни эшләргә?

– Был һарайҙы атайымдың йортона ҡапма-ҡаршы илтеп ултыртығыҙ!

Ендәр йортто күтәреп алып барғандар ҙа ултыртҡандар. Уянып китһәләр, егет, әбей, бесәй, эт әлеге алама өйҙәрендә яталар, ти. Егет ырғып тора. Ни эшләргә хәҙер. Шул арала батша егетте ҡулға алып та китә. Күсерелгән йорттоң аҫтын зиндан иткән икән. Быны шунда яптылар, ти. Ни эшләргә хәҙер? Ҡотолоу юлын табырльгк аҡыл юҡ, йөҙөк тә юҡ! Бесәй менән эт үҙ-ара һөйләшәләр:

– Әйҙә эҙләп китәйек. Табырбыҙ, моғайын.

Киттеләр, ти, былар, бахырҙар. Эй баралар, эй баралар, бер дәү диңгеҙҙән дә сығып киттеләр, ти. Эт йөҙә, бесәй эт өҫтөндә ултырып бара. Барып таптылар, ти, батшаның торған ерен. Яйын тура килтереп, бесәй төрмәгә, хужаһы янына үтеп инде, ти. Бесәй менән егет илашып алдылар, ти. Бесәй йөҙөктө табырға һүҙ бирҙе, ти.

Бына бесәй, өйҙө тирәләтеп, ипләп кенә урап йөрөй. Өйгә нисек инергә? Эт йәшенеп ята, ти. Ишек асылған ыңғайға бесәй аяҡ араһынан һиҙҙермәйенсә генә өйгә үтте, ти. Хәҙер йөҙөктө ҡалай итеп алырға? Эҙләй, эҙләй йөҙөктө, ҡайҙа икәнен дә белә алмай, һағалап ултыра торгас, килендең ауыҙына ҡапҡанын белеп ҡала. Бер сыскан тотҡан да бесәй тегенең ҡойроғон ипләп кенә өҙөп алған. Ҡыҙ йоҡлап киткән икән танауына гына йыбырҙаткайны, теге сөскөрөп ебәрҙе, йөҙөк төштө лә китте, ти. Бесәй элеп тә алды, ти, тегене. Батша ҡыҙы, сәсәп-сәсәп, тышҡа сығып киткәйне, бесәй ҙә уның артынан ҡалманы, тн. Эткә барып һәйәнсө алған был.

– Әйҙә, киттек зинданға!

Егеткә барыу өсөн бер ҙур һыу аша сығырға кәрәк икән. Эт әйтә:

– Йөҙөктө миңә бир! Бирмәһәң, мин һине алып сыҡмайым, теләһә нисек сыҡ! – ти.

– Ҡуй, юғалтырһың, – ти бесәй.

– Юҡ, төшөрмәйем, бир, бирмәһәң, сығармайым.

– Ярай, улай булгас, мә, төшөрмә!

Эт йөҙөктө ауыҙына ҡанҡан, бесәй эткә атланған, йөҙөп баралар былар! һыуҙы сығыр алдынан гына, бер дәү балыҡ эттең эйәге аҫтынан ғына үтеп бара икән. Эт түҙмәгән. Һам тип тешләгән ыңғайға, йөҙөк һыуға төш тә кит. Теге балыҡ йәҙәктө эләктереп тә алған. Ярға сығалар былар.

– Ҡайҙа йоҙок?

– Төштө ул, балыҡты тотайым тигәнсе төштө.

Эт менән бесәй һуғыш та кит. Ҡанға туҙыштылар. Арып, хәлдән тайып, яттылар, ти, былар.

Шул саҡ бер егет килә икән, ҡармаҡ күтәргән. Эт тегенең эргәһенә ялпылдап бара ла бер ҙә эргәһенән китмәй.

Егет ҡармаҡ һала, һала, балыҡ бер ҙә ҡапмай.

Һиңә атап һалып ҡарайым әле, тип һалған икән, әлеге дәү балыҡ килеп тә эләккән.

– Бына бәхетең бар икән әле! – тип, егет балыҡты эткә ырғытҡан. Эт эсен ярып ебәрһә, әлеге йөҙөк килеп тә сыҡҡан. Балыҡ ҡайғыһы ла юҡ, эт сапҡан бесәйгә:

– Йөҙөктө таптым! Бына, балыҡ эсенән килеп сыҡты. Уйнаҡлатып сығып киттеләр, ти, былар, ни эшләргә белмәйҙәр, ти. Зинданға баралар, бесәй элеккесә инеп китә. Егеткә йөҙөктө бирә.

Кис булган. Егет йөҙөктө һыҙғыртып ебәргән. Теге ендәр килеп тә төшкәндәр.

– Ни эшләйбеҙ?

– Һарайҙы кире илтеп ултыртығыҙ.

Егет тә, эт тә, бесәй ҙә һарай аҫтындағы зинданда ултырып барғандар, ти. Батша ҡыҙын да алып киткәндәр.

– Килеп ҡаптыңмы? Һырт ҡайышыңды һыҙырам, – ти икән егет.

Батшаны ла елтерәтеп килтертәләр.

– Ҡыҙыңды ҡотортоп, минең башты һәләк итергә йыйынғайның, хәҙер мин башыңа етәм, – тигән.

Егет ярылып бөткән мылтығы менән батшаны шунда уҡ үлтергән. Ҡатынын, ғәфү итеп, бер юлға ҡалдырған, ти.