0%

Самолетта остом(шиғыр). Абдулхаҡ Игебаев

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Самолетта остом. Абдулхаҡ Игебаев (Шиғыр )
автор Абдулхаҡ Игебаев
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Самолетта остом


 Самолётта остом мин дә,
 Атайым менән бергә.
 Зәңгәр һауаларға ҡарап,
 Хайран ҡалып һоҡланһам да,
 һағынып ҡайттым ергә.
Атайсалдан айырылғас та
 һағыныу арта икән,
 Аҡ йондоҙло күктәрҙә лә
 Дөп-дөп типкән йөрәккәйҙе
 Тыуған ер тарта икән.


1996 йыл