Салауат ҡыҙы

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Салауат ҡыҙы
автор Ансар Нуретдинов
Ижад итеү ваҡыты: 2017. Нәшер ителгән: 2017. Сығанаҡ: Ансар Нуретдинов. Салауат ҡыҙы // «Башҡортостан» гәзите, 2017, 4 октябрь


Салауат ҡыҙы

Ярты быуат үтеп китһә лә, ул көн бөгөнгөләй хәтеремдә. V класта беҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Зәнүфә апай ҡышҡы ялдан һуң «Мин каникулды нисек үткәрҙем» тигән темаға инша яҙып килергә ҡушҡайны. Тәүге дәрестә ижади эштәре­беҙҙе тапшырҙыҡ. Уҡытыусы яңы теманы аңлатты ла өҫтәлендәге дәфтәрҙәр араһынан минекен эҙләп алды. Ике яғына ла яҙылған ун ике битте ҡысҡырып уҡып бөтөүгә ҡыңғырау шылтыраны. Уҡытыусым иншам аҫтына ҡыҙыл ҡәләм менән ҙур итеп «5» билдәһе ҡуйҙы һәм «маладис» тип өҫтәне. Нәҡ ошо хәл мине яратҡан остазым Зәнүфә Ғәйнетдин ҡыҙының һөнәрен һайлауға этәргәндер ҙә инде...

Иҫтәлектәргә бирелеүемдең төп сәбәбе бер генә: күптән түгел үҙенең 85 йәшен бил­дәләгән Зәнүфә апай Ғари­фул­лина бар ғүмере, баш­ҡарған эше менән уҡыу­сы­ларына ғына түгел, бөтә ауыл, хатта район халҡына ла матур өлгө булды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен күңел биреп уҡыты­уы менән бер рәттән ул күп йылдар класс етәксеһе, һигеҙ йыллыҡ мәктәп директоры ва­зифаһын да уңышлы башҡар­ҙы. Коммунист уҡы­тыу­сы һәр саҡ йәмәғәт эштә­ренең урта­һын­да ҡайнаны, үҙен оҫта агитатор һәм пропагандист итеп тә танытты.

1959 йылда ауылда иң беренсе булып Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған уҡытыусы-филолог тиҫтәләрсә йыл район гәзитенең иң әүҙем хәбәрсеһе һаналды, эстәлекле һәм көнүҙәк яҙмаларын республика баҫмаларына ла, шул иҫәптән ул саҡтағы «Совет Баш­ҡортостаны»на ла даими ебәреп торҙо. Уларҙа заманын­да яҡын-тирәлә киң билдә­лелек алған «Һарға­мыш» сов­хозының Иҙелбай бүлексәһе баҫыу һәм мал­сылыҡ ал­дын­ғыларын данланы, ауыл тор­мошондағы төрлө проблема­ларҙы ла күтәрҙе, етешһеҙлек­тәрҙе асып һалыу­ҙан, кәрәк саҡта етәкселәрҙе тәнҡит утына тотоуҙан да ҡурҡманы.

Халыҡ шағиры, яҡташыбыҙ Рәми ағайҙың йырға һалынған «Салауаттар» шиғырындағы «Бейеүсе лә, йырлаусы ла – Са­лауатта күп улар» тигән һүҙ­ҙәре Зәнүфә апайға туранан-тура төбәлгән тиерһең. Ул былай ҙа ныҡ тығыҙ ваҡыты­ның күп өлөшөн ауыл клубы сәхнә­һендә үткәрҙе. Универси­тетта уҡыған йылдарында уҡ матур тауышы менән күп­тәрҙе әсир иткән, махсус са­ҡырыу менән барып, Рәсәйҙең атҡа­ҙан­ған, Башҡортостандың ха­лыҡ артисы Бәхти Ғай­син­дың баян моңдарына ҡушы­лып, күп тап­ҡыр республика радиоһы тул­ҡындарын тир­бәт­кән үҙеш­мә­кәр йырсы барыһы өсөн дә һәр саҡ өлгө булды.

БДУ-ны тамамлап, йүнәлтмә буйынса Әлшәй районында эшләгәндә лә, мәғариф етәк­селәренең ныҡышмалы үте­нес-тәҡдимдәре нигеҙендә тыу­ан Йүрүҙән буйҙарына ҡайтҡас та, төп эше менән бергә ауыл сәхнәһе, үҙешмәкәр сәнғәт мә­шәҡәттәрен дә бер тигеҙ тарта. Зәнүфә апайҙың, төрлө йәш­тәге маһирҙарҙы бер­гә туплап, фольклор ансамбле, драма тү­ңәрәктәре ойоштороуын яҡ­таштары бөгөн дә маҡтап ҡына хәтерләй. 2-се Иҙелбай (халыҡ араһындағы исеме Баҙраҡ) оҫталары ул йылдарҙа төрлө йыр-бейеү бәйгеләрендә әүҙем ҡатнаша, күрше ауылдарҙағы, совхоз үҙәге Арҡауылдағы, район мәҙәниәт һарайындағы үҙен­сәлекле сығыштары һәр саҡ тамашасыларҙың көслө ал­ҡышына күмелә. Бында, әл­бит­тә, барыһын да үҙ артынан эйәртә белгән оҫта ойоштороусы Зәнүфә апайҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ була.

Зәнүфә Ғәйнетдин ҡыҙының халҡыбыҙҙың бай ауыҙ-тел ижадын өйрәнеүгә индергән өлөшө лә айырым бәйән итеүгә хаҡлы. Университет ғалим­да­рынан төплө йүнәлеш алған уҡы­тыусы-филолог ошо ынйы бөртөктәрен йыйып-туплауға өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен арнай. Был осорҙа «Иҙелбай ауылының ҡомартҡыһы» тигән 19 бүлектән торған ҡулъяҙма китап-альбом төҙөй. Унда әки­әт­тәр, риүәйәттәр, бәйеттәр, мө­нә­жәттәр, сеңләүҙәр, йомаҡ­тар, әйтем, ырым-һынамыш­тар, төш юрауҙар, көләмәстәр һәм халыҡ уйындары сюжеттары тупланған.

2002 йылда ошо бай материал нигеҙендә Зәнүфә Ғари­фуллина арҙаҡлы ғалим Әхмәт ағай Сөләймәновтың фатиха­һы һәм баш һүҙе менән «Йүрү­ҙән ынйылары» тигән китабын баҫтыра. 2006 йылда үҙешмә­кәр фольклорсы тыуған төйә­гендә яҙып алған 4 мең ярымдан күберәк таҡмаҡ өлгөһөнөң ни бары өстән бер өлөшө са­маһы ғына ингән «Йүрүҙән буйы таҡмаҡтары» тигән йыйынты­ғын нәшер итә. Ауыл уҡытыу­сы­һының был ике хеҙмәтен баш­ҡорт филология факультетында уҡып йөрөгәндәр реферат, курс һәм диплом эштәре яҙғанда әүҙем ҡуллана.

Мәктәптәрҙә башҡорт халыҡ ижадын өйрәнгәндә лә, фольклор ансамблдәре өсөн дә был ерле материалдың файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Әүҙем ауыл хәбәрсеһе үҙе йыйған ҡайһы бер өлгөләрен «Хазина һанды­ғым­дан» тигән рубрика менән район гәзитенә лә тәҡдим итә.

Ауыҙ-тел ижады өлгөләре менән бергә боронғо көнкүреш әйберҙәре, башҡа төр этнографик экспонаттарҙы ла туплай Зәнүфә апай. Ире Мәғәфүр ағай, улар өсөн ихаталарында кескәй генә йорт һалып, унда «Баҙраҡ этнографик музейы» тигән алтаҡта ла элә. Бында ҡуйылғандарҙы ауыл кешелә­ре, уҡыусылар күп йылдар ҡыҙыҡһынып ҡарай, ҡайһыла­ры үҙҙәрендәге әйберҙәрҙе лә килтереп тапшыра. Шәхси музей экспонаттары ғалимдар, әҙиптәр, сәнғәт әһелдәренең дә иғтибарын йәлеп итә. Һа­бантуйҙарҙа, башҡа төбәктәрҙә үткән сараларҙа Салауат районы вәкилдәре ҡорған башҡорт тирмәһен биҙәү өсөн дә күп йылдар Зәнүфә апайҙың экспонаттарын файҙаланалар. Уртаҡ эш өсөн янған Ғарифул­линдар үҙҙәре туплағандың тарихи һәм фәнни яҡтан ҡим­мәтле тип һаналғандарын Малаяҙҙағы Салауат Юлаев музейына ла тапшыра.

Арабыҙҙан иртәрәк киткән ғаилә башлығы Мәғәфүр Йы­һанур улы ла тик маҡтау һүҙ­ҙәренә лайыҡ. Ул сик буйы ғәс­кәрҙәрендә хеҙмәт иткән ва­ҡытта йүгереү буйынса «Дағс­тан АССР-ы чемпионы» исеме­нә лайыҡ була, Иҙелбай мәктә­бендә башҡа фәндәр менән берлектә физкультура дәрестә­рен дә алып бара. Районда тәүгеләрҙән булып «Зарница» хәрби-спорт уйынын ойоштороп үткәреүсе лә ул. 1971 йылда Иҙелбай уҡыу­сы­ларының урта мәктәптәр вәкил­дәре бер ҡатарҙан был уйын­дың республика финалында район исе­менән сығыш яһауы ғына ла уҡытыусының эшенә тейешле баһа тип әйтергә бу­ла. Мәғә­фүр ағай Зәнүфә апай­ҙың бар эшендә лә тәүге ярҙам­сыһы бул­ды. Улар бер ул һәм ике ҡыҙ үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырҙы.


Ансар НУРЕТДИНОВ.


Салауат районы.



CC SomeRightsReserved.png
Cc-by white.svgCc-sa white.svg
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.