0%

Салауат батыр(йыр). Башҡорт халыҡ ижады

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Салауат батыр (йыр)
автор Башҡорт халыҡ ижады
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Салауат батыр


Йүгереп мендем тауҙарға,
Аҡ кейеккәйҙәрҙе ауларға.
Юлай улы батыр Салауат
Ҡаршы сапты килгән яуҙарға.
Ҡара ғына урман, ҡараңғы төн.
Йәшен генә йәшнәй ялтырап,
Салауат та батыр йыр йырлаһа,
Дошмандары тора ҡалтырап.
Өйөр генә йылҡы араһында
Алалары бар ҙа буҙы юҡ.
Яуға киткән Салауаттың
Атҡынайы ҡайтты, үҙе юҡ.
 


1988 йыл