0%

Рәхмәт ишектәре(хикәйә). Факиһа Туғыҙбаева

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Рәхмәт ишектәре ( хикәйә )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Рәхмәт ишектәре


 
 Асия бөгөн өләсәһенә эйәреп мәсеткә барҙы. Ишектән килеп инеү менән, ҡулындағы тубын уйнатырға тотондо.
— Ҡуй, балам, гонаһлы булма, мәсеттә туп уйнау түгел, ҡысҡырып һөйләшергә лә ярамай, — тине өләсәһе.
Бында матур итеп кейенгән әбейҙәр, бабайҙар йыйылғайны. Асия ҡарап-күҙәтеп торҙо, улар ишектән уң аяҡтан инәләр.
Ҡыҙының һынаулы ҡарашын тойоп, өләсәһе уға:
— Мәсет ул, балам, изге йорт, Аллаһы Тәғәләнең йорто. Шуға уң аяҡтан инәләр, — тине. — Аллаһ йортон ҡәҙерләргә кәрәк. Кем мәсетте һанға һуҡмай, тимәк, Хоҙай Тәғәләне ихтирам итмәй. Изге йортҡа инер алдынан, балам: «Аллаһ! Беҙгә рәхмәт ишектәренде асһаң икән!» — тип доға уҡыйҙар, онотоп ҡуйма.
Ҡыҙыҡайға «рәхмәт ишектәре» тигән һүҙ бик ҡыҙыҡ тойолдо.
— Нимәне аңлата ул, өләсәй?
— Эй төпсөр ҙә инде минең, бәпесем! Рәхмәт ишектәре — тимәк, изгелек, бәхет ишектәре. 
Ҡыҙыҡтар бының менән генә бөтмәгән икән әле. Әбейҙәр, бабайҙар намаҙ уҡый ҙа баштарын үҙҙәре баҫҡан келәмгә терәп-терәп ала. Быныһын аңлатырға өләсәһенең ваҡыты юҡ ине, ул да намаҙ уҡый.
Асияға өләсәһе саждә ҡылыуҙың нимә икәнен мәсеттән ҡайтышлай һөйләне:
— Мәсет — ул, балам, саждә ҡылыу урыны. Саждә ҡылғанда, кеше Аллаһа Тәғәләғә яҡыная. Билде бөгөп, маңлайын аяғы баҫҡан ергә терәгәндә, кеше Хоҙайға баш эйә. Уның көсөнә, берҙән-берлегенә ышана. Беҙ Аллаһы Тәғәләгә генә саждә ҡылабыҙ, унан ярҙам һорайбыҙ.
Асия тәтәйҙәрен алып бармаҫ инде мәсеткә башҡаса. Өләсәһе әйткәндәрҙең бөтәһен дә аңланы бит.


2009 йыл