0%

Рәхмәт. Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Рәхмәт. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 2000.. Нәшер ителгән: 09.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Ауыр саҡта ҡулын һуҙған
Дуҫтарым бар.
Күҙ йәшемде көтөп торған
Дошманым бар.

Дуҫтар шатланһындар өсөн
Тырышҡан юҡ.
Дошман шатланмаһын өсөн
Бирешкән юҡ.

Бурыслымын ярҙам өсөн
Дуҫтарыма.
Уңыштарым өсөн рәхмәт
Дошманыма.